Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Декабрь 2018, 19:13

Балаға әсәй ҙә, атай ҙа кәрәк

2018 йыл республикала Ғаилә йылы уңайынан байтаҡ саралар ойошторола. 21 ноябрҙән 24-енә тиклем Өфөлә “Ғаилә донъяһы” тип аталған махсус күргәҙмә-форум асылды. Сарала райондың атайҙар советы рәйесе Фәйез Йортомбаев, балалар хоҡуғы буйынса вәкиле Фәрзәнә Хәсәнова, райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова, “Ғаилә” республика ресурс үҙәгенең урындағы бүлек мөдире Гөлназ Яхина ҡатнашты.

Фәйез Йортомбаев ошо сара тураһында түбәнгеләрҙе һөйләне:
– Был сарала ғаилә, ата-әсә һәм балалар проблемалары яҡтыртылды. Ә иң мөһиме инде, ниһайәт, ғаиләлә атайҙың булыуы бик мөһим икәнлеге тураһында йәмғиәттең уйлана башлауы! Сара барышында атайҙың роле тураһында бик оҙаҡ әңгәмәләштеләр. Был көндө залда әллә күпме битараф булмаған атайҙарҙы, олатайҙарҙы күреү бигерәк тә ҡыуаныслы ине. Бында ысын мәғәнәһендә ирҙәрсә һөйләшеү булды! Ҡыҙҙы йә улды үҫтергәндә атай тәрбиәһенең бик тә мөһимлеге темаһын асып һалды улар. Ошонда уҡ кәрәкле тәҡдимдәр әйтелде, тәрбиә мәсьәләһен хәл итеү юлдары тураһында һөйләнелде. Тулы булмаған ғаиләлә атай тәрбиәһендә өлкән ир туғандарының ҡатнашлығы мөһим, ә инде ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға йәмғиәтебеҙ битараф булырға тейеш түгел. Районыбыҙҙың атайҙар советы ла ошо йүнәлештә үҙенең эшмәкәрлеген башланы.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: