Әсәй… Ошо һүҙҙә күпме йылылыҡ, наҙ һөм һөйөү. Был көндө беҙ барлыҡ әсәләрҙе, оләсәйҙәребеҙҙе ҡотлайбыҙ, йылы һүҙҙәр әйтәбеҙ. Әсә бәхете –балаларында. Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ғына эшләһә лә, уның өсөн төп йәшәү сығанағы – ғаилә усағын һүндермәүҙә, сабыйҙарын ҡарап үҫтереүҙә, уларҙы кеше итеүҙә.
Ҡыҙғы ауылында Әсә көнөнә арналған күркәм байрам үтте. Тамашасылар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, башланғыс класс уҡыусылары әҙерләгән концерт номерҙарын ҡарап кинәнде. Мауыҡтырғыс бәйгеләрҙә әсәйҙәр — Минзәлә һәм Гөлнара Тажетдинова, Зәйтүнә Сәғитдинова, Винера Нуриева, Рәйсә Хужаева, Гөлсинә һәм Гүзәл Сиражетдиновалар ихлас ҡатнашты. Конкурста еңеүселәргә приздар тапшырылды. Йәш артистар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Сара барыһына ла оҡшаны, һәр кем ҡәнәғәтлек кисереп, күтәренке кәйефтә таралышты.
мәҙәни саралар ойоштороусы.