Инйәр
+7 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
30 Ноября 2018, 07:33
Ҡояшым һин —әсәй-өләсәй
“Тирмәкәй” балалар баҡсаһында Әсә көнөнә арналған спорт сараһында кескәйҙәр иң ҡәҙерле кешеләре менән бергәләп күңел асты. Уны физкультура буйынса инструктор Н.С.Штейнард һәм тәрбиәсе С.Б.Тараканова ойошторҙо.
Добавить в предпочтительные источники Google
“Тирмәкәй” балалар баҡсаһында Әсә көнөнә арналған спорт сараһында кескәйҙәр иң ҡәҙерле кешеләре менән бергәләп күңел асты. Уны физкультура буйынса инструктор Н.С.Штейнард һәм тәрбиәсе С.Б.Тараканова ойошторҙо.
“Йәйғор” һәм “Нур” командалары стартҡа баҫты. Тәүгеһе — “Шәп һыбайлы”ла балалар әсәй-өләсәйҙәре менән обруч кейеп тиҙлектә һынау тотто, ”Золушка”ла йәһәт кенә тирә-яҡҡа һибелгән уйынсыҡтарҙы йыйыуҙа һынатманы. “Әсәйеңә гөлләмә йый” ҙа бигерәк йәнле барҙы.
Дәртле ритмлы көй яңғырауға тәрбиәсе Л.М.Сөләймәнова төркөмөнә йөрөүсе кескәйҙәр төрлө күнегеүҙәр яһап, командаларҙы көсөргәнешле уйындарҙан ял иттереп алды.
Шат тауыштар яңғырай, һәр кемдең йөҙө балҡый. Был юҡҡа түгел, алдағыһы — “Ҡояш” тип исемләнгәне уны тиҙерәк “нурҙар” ярҙамында яҡтыртып ебәреүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны. “Һөҙгөс” шарҙар ярҙамында бәләкәстәрҙе сәмләндереп еңеүгә талпындырҙы. Әкиәт буйынса “Шалҡан” ярышы барыһына ла дәрт-дарман ғына өҫтәне. Үҙенсәлекле спорт бәйгеһендә дуҫлыҡ еңде! Байрам әсәйҙәргә бағышланған йыр һәм күмәк бейеү менән йомғаҡланды.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"