Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Август 2018, 16:41

«Баҫыу көнө — 2018»

Ҡырмыҫҡалы районында ауыл хужалығы культураларын урып-йыйыу эштәрен ойоштороуға арналған зона семинар-кәңәшмәһе булды. Беҙҙең район делегацияһын хакимиәт башлығы А.А.Комзалов етәкләне. Уның составына ингән район хакимиәтенең ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ.И.Төгөлбаев, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре тәжрибә уртаҡлашып ҡайтты.

Ҡырмыҫҡалы районында ауыл хужалығы культураларын урып-йыйыу эштәрен ойоштороуға арналған зона семинар-кәңәшмәһе булды. Беҙҙең район делегацияһын хакимиәт башлығы А.А.Комзалов етәкләне. Уның составына ингән район хакимиәтенең ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ.И.Төгөлбаев, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре тәжрибә уртаҡлашып ҡайтты.
Ғ.Төгөлбаев семинар эше тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:
—Кәңәшмәне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов алып барҙы. Шулай уҡ уның эшендә Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, ауыл хужалығы предприятиелары, хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты. Сәсеү кампанияһының яҙҙың һуңлап килеүе һәм һауа торошоноң һалҡын булыуы сәбәпле тотҡарланыуы, ләкин уңышҡа быларҙың тәьҫир итмәүе билдәләнде.
Сарала ҡатнашыусылар “Артемида” ЯСЙ-һы ҡулланған техниканы ҡараны. Тоҡомло мал етештереү хужалығы директоры Евгений Пожидаев техниканың Рәсәйҙә етештерелеүе, төп айырмалы яғы—“зыялый игенселек”, йәки заманса технологияларҙы аныҡ ҡулланыуҙа икәнлегенә ишара яһаны. Хужалыҡтың иҡтисади күрһәткестәре тикшерелде, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм заманса цифрлы технологияларҙы индереү мәсьәләләре күтәрелде.
Р.Хәмитов төбәктә сәсеү структураһын ҡайтанан ҡарау, культураларҙы эшкәртеү технологияларының үҫеше һәм идара итеү, республика агросәнәғәтенең һөҙөмтәлелеген күтәреү, етештерелгән продукцияны ҡабаттан эшкәртеп һатыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алып, түңәрәк өҫтәл артында әңгәмә ойошторҙо. Артабан үҙебеҙҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән ауыл хужалығы техникалары күргәҙмәһе тәҡдим ителде. “Ростсельмаш” компанияһы вәкилдәре иген урыу комбайндары, тракторҙары һәм башҡа техникалар өлгөһөн күрһәтте.
Республика Башлығы кукуруз, көнбағыш һәм башҡа иген культуралары сәсеүлектәрен байҡаны. Эш барышында кукурузды орлоҡҡа үҫтереү һәм уның республиканың ер-климат шарттарындағы ”ҡылыҡтары”, көнбағыш гибридтарының үҙенсәлектәре, иген культуралары орлоҡтарын һатыу мәсьәләләре ҡаралды. Тәжрибә диләнкәһен ҡарағандан һуң Рөстәм Хәмитов урып-йыйыуға рәсми старт бирҙе.
Семинар бик йөкмәткеле, файҙалы мәғлүмәттәргә бай булды.

Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: