Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Июль 2018, 18:02

Еләк — ҡайнатмалар батшаһы

Нимә генә тиһәң дә, беҙҙең хужабикәләр әҙерләгән төп ҡайнатма – ер еләгенән.

Нимә генә тиһәң дә, беҙҙең хужабикәләр әҙерләгән төп ҡайнатма – ер еләгенән. Уны ҡай- натмаларҙың батшаһы тип тә атап булыр ине. Тик ҡайсаҡ был ҡайнатма ла банкаларҙа боҙолоп ултыра һәм тәжрибәле хужабикәләрҙе лә аптырауға ҡалдыра. Шуға ла бөгөн ер еләге ҡайнатмаһының “алтын ҡағиҙәләр”ен тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөп алайыҡ.
Ер еләген баҙарҙан һатып алырға тура килһә, уны тиҙ арала ҡайнатма итеп әҙерләй башларға кәрәк – һатылыр алдынан уның күпме торғанлығын һатыусылар бер ваҡытта ла әйтмәйәсәк.
1 кг еләккә 1,2 кг самаһы шәкәр алына. Шәкәрҙе йәлләмәгеҙ, уның самаһы шундай. Ҡайнатма өсөн бер ҙурлыҡтағы, өлгөргән, боҙолмаған, ҡараймаған еләктәр генә алына. Өлгөрөп етмәгән еләктәр яҡшы һаҡланһа ла, тәмле түгел, артыҡ өлгөргәндәре иҙелеп бөтә. Ҡайнатма әҙерләү өсөн эмаль һәм ҡалын төплө һауыттан да шәберәге юҡ.
Еләктәрҙе йылымыс түгел, ныҡ һалҡын һыуҙа сайҡаталар. Уның һыуы ағып бөткәндән һуң шәкәрҙең яртыһын ҡушып, һалҡынса урынға 5 – 6 сәғәткә ҡуйып торорға кәрәк. Еләктәр ҙән ағып сыҡҡан һутты алып, ҡалған шәкәрҙе ҡушып, сироп әҙерләйҙәр. Сироп ҡайнап сыҡҡандан һуң бер нисә минут утта тотола. Уны еләк өҫтөнә ҡойоп, тағы ла ярты көнгә ҡуйып торалар. Бынан һуң ҡайнатма утҡа ҡуйыла һәм талғын ғына итеп 5 – 7 минут ҡайнатыла. Әлеге массаны тағы ла 4 сәғәт самаһы тотоп торорға кәрәк, был сироп еләккә ныҡлап һеңһен өсөн эшләнә.
Иң һуңынан еләктәр 15 – 20 минут самаһы ҡайнатыла һәм банкаларға һалына. Эҫе килеш һалырға ла мөмкин.
Еләктән һыуыҡ эсемлек
Ике стакан ҡурай йә ер еләге, тәменсә шәкәр ҡомо, 500 мл һөт йәки һөт өҫтө, 500 мл һыу. Еләкте яҡшы итеп йыуып, таж япраҡтарын таҙартҡас, һауытҡа һалып төйөргә. Өҫтөнә һыу ҡойоп, яҡшылап бутарға ла салфетка аша һутты һөҙөргә. Тәменсә шәкәр ҡомо ҡушып, һөт өҫтө йәки һөт ҡойорға. Һыуыҡ көйөнсә өҫтәлгә ҡу йырға.
Ер еләге менәнкефирҙан коктейль
Ике стакан ер еләге, бер стакан кефир, өс аш ҡалағы бал. Ер еләген йыуып таҙартҡас, һыуын һарҡытырға. Фарфор һауытҡа һалып, ҡалаҡ йәки төйгөс менән иҙергә, кефир һәм бал ҡушып бутарға. Яҡшылап һыуытып өҫтәлгә ҡуйырға.
Читайте нас: