Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Июль 2018, 18:30

Ата-әсә — “Хәүефһеҙлек утрауы”нда

Балаларҙың ял итеү лагерҙарында ата-әсәләр көндәре ойоштороу йолаға әйләнгән. Билдәле, ул һәм ҡыҙҙарын йәйге ял итеү урындарына ебәргән ата-әсә “балам нисек йөрөй, ҡайһылай туҡлана икән?” тип ҡайғырыусан.

Балаларҙың ял итеү лагерҙарында ата-әсәләр көндәре ойоштороу йолаға әйләнгән. Билдәле, ул һәм ҡыҙҙарын йәйге ял итеү урындарына ебәргән ата-әсә “балам нисек йөрөй, ҡайһылай туҡлана икән?” тип ҡайғырыусан. 1-се мәктәп нигеҙедә эшләгән “Хәүеф һеҙлек утрауы” лагерына йөрөгән балалар өсөн борсолорға урын юҡ, сөнки бында етди тәртип бар, яҡшы мөхит булдырылған. “Утрау”ҙағы бер бала ла вожатый, тәрбиәселәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмай, һәр кескәйгә йылы ҡараш. Уларҙың ялын яҡшы ойоштороу буйынса бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә үтәлә.
Был үҙенсәлекле көндөң хәүефһеҙлек нигеҙендә үҙ ҡағиҙәләре лә бар: ата-әсә балалары менән ҡайҙа һәм күпме ваҡыт бергә үткәрергә теләүҙәре хаҡында ғариза яҙырға, бәйләнеш телефонын ҡалдырырға тейеш.
Ата-әсә көндәре балаларға байрам булһа, тәрбиәселәр өсөн һынау ул. Сөнки ололар үҙҙәрен борсоған һорауҙар, мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә, эш барышын күҙәтә, лагерҙың программаһын өйрәнә. Беҙҙең вожатыйҙар, тәрбиәселәр үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡар ғанға күрә, ял итеүселәрҙең һәр сәғәте файҙалы, күңелле, мауыҡтырғыс сараларға бай. Төрлө бәйгеләрҙән арыпталып, асығып өлгөргән тәрбиәләнеүселәрҙе тәмле итеп туҡландыралар, күп кенә ата- әсә балаларының насар аппетиттарына зарланһа, бында ашнаҡсылар бешергән аш-һыуҙарҙы яратып ашай икән.
Артабан ҡунаҡтарға матур концерт тәҡдим ителде. Унда йыр-бейеүҙәр башҡарылды, шиғырҙар яңғыраны, күңелле сәхнәләштереү күрһәтелде. Ололар ул һәм ҡыҙҙарының ни тиклем һәләтле булыуҙарына, сәхнәлә үҙҙәрен ҡыйыу тотоуҙарына һоҡланып бөтә алманы.
Бына шулай “Хәүефһеҙлек утрауы”нда ата-әсә көндәре күңелле үтеп тә китте. Балаларының ышаныслы ҡулда булыуҙарына инанған ҡунаҡтар тыныс күңел, йылы тәьҫораттар менән таралды.
Рита Вәхитова, лагерь начальнигы.
Читайте нас: