Инйәр
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Июль 2018, 04:24

Намыҫ менән башҡара

Район ҡулланыусылар йәмғиәте коллективы, кооперация хәрәкәтенең бер өлөшө булараҡ, ошо арала үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләйәсәк.

Район ҡулланыусылар йәмғиәте коллективы, кооперация хәрәкәтенең бер өлөшө булараҡ, ошо арала үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләйәсәк. Тәү ҡарамаҡҡа һатыу, тауар ташыуҙың бер ауырлығы ла юҡ һымаҡ, ә төптәнерәк уйлаһаң, шундай тынғыһыҙ, ҙур сабырлыҡ, физик һәм ихтыяр көсө талап иткән эш ул. Бөгөн был өлкәнең еңелдән булмауы, һайлаған һөнәрҙәренең мөһимлеген аңлап, фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәр тураһында һөйләп үтке килә. Ошо коллективта уңғанлығы менән абруй ҡаҙанғандарҙың береһе—Зилә Исхакова.
Зилә Латып ҡыҙы— Ҡыҙғы ауылы һылыуы. Ул тормош иптәше Фәнис Исхаков менән ике балаға ата-әсә булып, баҡса үҫтереп, мал, ҡош-ҡорт аҫрап, матур, етеш донъя көтә. Атаһы—Латып Шәйәхмәт улы тыуған ерҙәренән бер ҡайҙа ла ситкә китмәгән, Ауырғазы яҡтарынан Ғәйшә Ғәтиәт ҡыҙын кәләш итеп алып, Ҡыҙғы ауылында йәшәгән. 11 сабыйға ғүмер биргән ата-әсә балаларында хеҙмәткә, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләй. Зилә 8-се класты тамамлағандан һуң Өфө ҡалаһының 1-се итернат- мәктәбенә уҡырға килә. Тап ошо йылдарҙа ул буласаҡ һөнәре тураһында етди уйлана һәм өлгөргәнлек аттестатын ҡулға алыу менән сауҙа техникумына уҡырға инә. Тырыш ҡыҙ уҡыуҙа һынатмай, уҡытыусылары уны ҡалала эшкә ҡалырға өгөтләһәләр ҙә, тыуған районына ҡайта һәм райпоға тауар ташыусы булып урынлаша. Шул ваҡыттан бирле ниндәй генә хәлдәр булмаһын, бер ҡайҙа ла китмәй, үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, намыҫлы хеҙмәт итә. Эшендә уны яратып, маҡтап торалар. Ысынлап та, мөләйем йөҙлө, һәр саҡ алсаҡ, аралашыусан, кеше менән уртаҡ тел таба белгән ханымды барыһы ла хөрмәт итә. Ҡайһы магазинға ниндәй тауар кәрәк—үҙ ваҡытында алып ҡайтып еткерә, иҫәп-хисапты ла теүәл алып барған З.Исхакова етәкселәренең уң ҡулы.
—Беҙҙең йәмғиәт етештергән икмәк-булка, кондитер изделиеларын, билмән, манты кеүек ярым-фабрикаттарҙы магазиндарыбыҙ аша һатыуға сығарабыҙ. Районда үткәрелгән байрам саралары беҙҙең ойошманан башҡа уҙғаны юҡ, бар ерҙә лә әүҙем ҡатнашабыҙ. Заман талаптарынан сығып, заманса эшләргә тырышабыҙ. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте менән дан алған кооперация ветерандары, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн маҡтауға лайыҡлы белгестәр менән хеҙмәттәшлек иткәс, эштең ҡыйынлығын да күрмәйбеҙ. Зифа Мөслимова, Ғәлиә Йәнгирова, Наталья Чернова, Нәжиә Рамазанова, Наталья Маврина эштә генә түгел, тормошомда ла яҡын кешеләремә әйләнде. Етәксебеҙ Фәриҙә Рафаил ҡыҙы тураһында ла йылы һүҙҙәр әйтмәү мөмкин түгел. Йәмғиәттең илдәге көрсөк ваҡытында һүнмәй, йәшәп килеүе уның аҡыллы, яуаплы һәм талапсан булыуынан тора.
Сауҙа эшендә сабырлыҡ һәм етеҙлек кәрәк. Һатып алыусылар бигерәк талапсан, шуға күрә төрлө көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар ҙан сығыу юлдарын таба белеү, ҡулланыусыларҙы ҡәнәғәт ҡалдырыу мөһим,- ти үҙ эшенең оҫтаһы Зилә Исхакова.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: