Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Июль 2018, 04:15

7 июль — Халыҡ-ара кооперация көнө

Эльвира Мортазина (һүрәттә) Шакировка ауылындағы райпо магазинында яңы ғына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, урындағы халыҡтың ихтирамын яулап өлгөрә. Яҡты йөҙлө йәш һатыусы ауылдаштарының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырыша.

— Кеше күпселек аҙыҡ-түлек һатып ала. Көнкүрештә иң кәрәкле әйберҙәргә заказдар ҙа ҡабул итәм. Уңғандар йорт тирәһен йәмләй, уларҙың теләген үтәргә тип күптән түгел буяуҙар ҡайтарттым. Оло йәштәгеләр күңелен бушатырға, һөйләшергә тип тә килә. Бер-береһе менән аралаша торғас, тағы нимә кәрәк икәнлеге иҫтәренә төшә, -ти Эльвира Рифхәт ҡыҙы.
Әңгәмәләшкән арала бала- саға ҡулланыусылар йәмғиәте транспортының аҙыҡ-түлек продукцияһы килтереүен хәбәр итте. Туңдырма, минераль һыу, ҡарбуз йәйге эҫе көндә иң үтемле ризыҡ. Йәһәт кенә тауарҙар бушатылды.
Йәш ғаилә мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт үҫтерә, быйыл тәүгегә күркә лә алғандар. Ире Ришат Нәзиф улы, балалары —13 йәшлек Рәмзил, Аделина (11), бәләкәй Динис (6) һәр ваҡыт ярҙамлашырға әҙер. Ҡорған донъяларын йәмләп, хужалығын хәстәрләп, хеҙмәттең тәмен тойоп йәшәй белгәнгә күрә, халыҡ ифрат рәхмәтле уға.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: