Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
30 Июнь 2018, 04:38

Пар шыршыға оҡшап ҡуя улар, тамырҙары ергә береккән

Әле лә бирешә торғандарҙан түгел улар. Яҙмыш елдәре ҡаҡҡылап-һуҡҡылаһа ла, оло быуын ауыҙынан аһ-зар ишетмәҫһең, бары үткән менән бөгөнгөнө сағыштырып һығымта яһай, балаларына өгөт-нәсихәт уҡый, изгелеккә өндәй. Был йәһәттән Муллаҡай ауылында йәшәүсе Сәйҙә һәм Барый Әбдрәфиҡовтар ҙа ҡалышмай.

Әле лә бирешә торғандар ҙан түгел улар. Яҙмыш елдәре ҡаҡҡылап-һуҡҡылаһа ла, оло быуын ауыҙынан аһ-зар ишетмәҫһең, бары үткән менән бөгөнгөнө сағыштырып һы ғымта яһай, балаларына өгөт-нәсихәт уҡый, изгелеккә өндәй. Был йәһәттән Муллаҡай ауылында йәшәүсе Сәйҙә һәм Барый Әбдрәфиҡовтар ҙа ҡалышмай.
Иңде-иңгә терәп йәшәүҙәренә тиҙҙән — 55 йыл. Ошо йылдар ике йөрәкте бер бөтөнгә әйләндереп, донъя көтөүҙә, ғаиләне ҡурсалауҙа һәм колхоз эшендә тырышлыҡтарын алға ҡуйҙырта. Ер эшенә арналған хеҙмәттәре лә баһалы. Барый Ғәзиз улы 45 йыл тракторсы сифатында баҫыуҙарҙы иңләп буйлай. Бигерәк тә яҙғы сәсеүҙә төн йоҡоһо ҡалһа ла, гектарлаған майҙанды урай. Хеҙмәт ветераны был хаҡта:
—Ошонда тыуып үҫтек, бер ҡайҙа ла китмәнек, ер кешеһе беҙ. Колхоздар гөрләп торған саҡтар әле лә онотолмай. Бөтә ҡушылған эштәрҙе еренә еткереп үтәнем, айырыуса сәсеү ныҡ иҫемдә. Архангелдә тракторҙар курсында уҡып ҡайтыу менән бер йылдан техниканы “йүгәнләнем” һәм пенсияға сыҡ ҡансы ал-ял белмәнем,- ти.
Әбдрәфиҡовтар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн һәр береһе ҡыуандырып тора. Үҙ өйө, үҙ көйө менән бала-сағалы булып йәшәүҙәре, шатлыҡ-һөйөнөстәрен еткереп тороуҙары олатай-өләсәй өсөн бәхетле ҡартлыҡтың йәме һәм мәғәнәһе. Ярты быуаттан ашыу йылдар арауығында ун бер ейән-ейәнсәр һәм ике бүлә һөйөү бәхете кемдәргә тәтей әле?!
Сәйҙә Сәлимйән ҡыҙы оҙаҡ йылдар колхоз яландарында картуф, сөгөлдөр үҫтереүҙә көс һала, 15 йыл мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Хаҡлы ялдағы эшһөйәрҙәр әле лә тынғыһыҙ: ат, ике һыйыр, башмаҡтар, күпләп һарыҡ аҫрай, йөҙәрләп ҡош-ҡорт ала. Тауыҡтар — үҙе урам йәме. Ауылдаштарын йомортҡа менән тәьмин итәләр. Күрше-тирәгә хәйер итеп ҡорот, һөт, ҡатыҡ та бирелә. Һаман тик ултырыуҙы һөй һөнмәгән ғаилә пары йортто тағы ла йәмлерәк итеү өсөн бергәләшеп кәңәшләшә, пландар ҡора. Ә инде улдары- ҡыҙҙары уларҙың һәр ниәтен күтәреп алырға, ярҙамлашырға әҙер тора.
Өлкән быуындың йәштәргә үрнәк күрһәтеп йәшәүе —бәхеттең өлөшкә төшкән ҙуры. Халҡыбыҙ белмәй әйтмәгән, эш менән үткән ғүмер —алтын ғүмер.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: