Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Май 2018, 19:20

Республикала алкоголь һатыу тыйылды

Бөгөндән республикала ике көнгә алкоголь һатыу тыйылды. Тыйыу 24 һәм 25 майҙа мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле, тип хәбәр итә республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты.

Һуңғы ҡыңғырау көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу Башҡортостан биләмәһендә 2017 йылдан ғәмәлдә. Уны боҙған өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләр өсөн ул – 20-40 мең һум, юридик берәмектәр өсөн 100-300 мең һум тәшкил итә. Продукцияны тартып алыуҙары ла мөмкин.
«Һуңғы ҡыңғырау» байрамында алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйыу иҫкәртеү һәм тәрбиәүи маҡсатҡа эйә.
Туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау 24 майҙа, ун беренселәр өсөн 25 майҙа яңғырай.
Читайте нас: