Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Апрель 2018, 15:17

Тәүәккәлләгән — таш ярған

Ауылда үҙ тәғәйенләнешен халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләүҙә күргән йүнселдәр барлығы күңелдә һәр ваҡыт ыңғай кисерештәр уята. Көнкүреш тауарҙары һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн ең һыҙғана ундайҙар. Оҙондарҙа үҙ һатыу нөктәһен булдырған Гөлсинә Әхмәтова менән осрашыу яйы табылһа, магазинға килеүсе ауылдаштары менән дә әңгәмәләшергә тура килде.

Ауылда үҙ тәғәйенләнешен халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләүҙә күргән йүнселдәр барлығы күңелдә һәр ваҡыт ыңғай кисерештәр уята. Көнкүреш тауарҙары һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн ең һыҙғана ундайҙар. Оҙондарҙа үҙ һатыу нөктәһен булдырған Гөлсинә Әхмәтова менән осрашыу яйы табылһа, магазинға килеүсе ауылдаштары менән дә әңгәмәләшергә тура килде. Һәр береһе уны маҡтап телгә ала: ”Бөтә кәрәкле әйберҙәр бар. Заказдарҙы ла ваҡытында килтерә”.
—Ҡырмыҫҡалыла бухгалтер ҙар курсын тамамланым, унан мәктәптә, почта бүлексәһендә эшләп алдым. Күптән үҙемде бизнеста һынап ҡарарға ниәтләй торғас, тәүәккәлләнем. Тейешле документтар юллап, тәғәйен урынды рәсмиләштереү менән һатыу итеүгә тотондоҡ. Тормош иптәшем Марс Сөләймән улы ныҡлы терәгем, ярҙам итеп тора. Халыҡ ихтыяжынан сығып төрлө продукция килтерәбеҙ. Он, картуф, шәкәр, мал аҙығынан тыш, икмәк, булкалар ҙа һатабыҙ,- ти ике бала әсәһе Гөлсинә Әхмәтйән ҡыҙы.
Магазин кәштәләрендә ни ҙәр генә юҡ. Байрам, тыуған көн дәр уңайынан бүләк һайлап алырға ла, көндәлек тормошта мөһим һаналған ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе лә, тәм-том, ризыҡтарҙы ла әллә ҡайҙа йөрөмәй генә бында һатып алырға була. Шуға ла урындағы халыҡ шәхси эшҡыуарҙың хеҙмәтенән ҡәнәғәт.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: