Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Апрель 2018, 15:05

Фәһемле һабаҡ

Рәсәйҙә тәүге янғын һүндереүселәр төркөмө булдырылыуға 367 йыл. Заманалар үҙгәрһә лә был һөнәр кешеләренең бурыстары янғын һүндереү, ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарыу булып ҡала.

Рәсәйҙә тәүге янғын һүндереүселәр төркөмө булдырылыуға 367 йыл. Заманалар үҙгәрһә лә был һөнәр кешеләренең бурыстары янғын һүндереү, ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарыу булып ҡала. Районда янғынға ҡаршы көрәш мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән төрлө профилактик саралар йыш уҙғарыла һәм күнекмә үткәреү объекттары ла төрлө була. 63-сө янғын һүндереү часы һөнәри байрамдары алдынан, янғын һүндереүгә әҙерлек кимәлен билдәләү, техника-ҡорамалдарҙың төҙөлөшө менән таныштырыу, махсус агрегаттар менән эшләү ысулдарын күрһәтеү маҡсатында 2-се Архангел мәктәбе уҡыусылары менән асыҡ сара үткәрҙе. 63-сө янғын һүндереү часы начальнигы урынбаҫары Н.Ф.Вәлиев уҡыусыларға түбәндәгеләрҙе һөйләне:
—Беҙҙең һөнәр изгеләрҙән һанала. Бөгөн командала 22 кеше хеҙмәт итә. Уларҙың барыһы ла үҙ эшенә тоғро, бурыстарын намыҫ менән үтәй. Кешелек йәшәйешендә уйламаған ерҙән бәлә-ҡаза сығырға мөмкин, шуға күрә беҙ һәр саҡ хәрби әҙерлектә. Әгәр киләсәктә янғын һүндереүсе булырға теләһәгеҙ, бөгөндән үк үҙегеҙҙе физик яҡтан әҙерләй башлағыҙ. Сөнки был һөнәр көс, сыҙамлыҡ, етеҙлек талап итә.
Артабан ул ярҙамсылары менән махсус кейемдәрҙең үҙенсәлекле сифаты, тәғәйенләнеше тураһында һөйләне. Теләктәре булған балалар костюмдарҙы кейеп ҡараны. Шулай уҡ кәрәкле эш ҡоралдары һәм башҡа ҡорамалдар күрһәтелде. Янғын һүндереү машинаһы менән танышыу балаларға айырыуса ныҡ оҡшаны, улар техниканың төҙөлөшө, әҙерлеге тураһында ихлас тыңланы. Часта ҡеүәтле насос менән йыһазландырылған һәм һыуҙы асыҡ һыу ятҡылыҡтарынан һурҙырыу мөмкинлегенә эйә булған өс төп янғын һүндереү машинаһы эшләй. Машинаның төрлө серле ҡумталары булыуы уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Нәфис Вәлиев уларҙың нимә менән һәм нисек тулыландырыуы тураһында төшөндөрҙө.
Был ғәҙәти асыҡ саралар, уҡыуҙар ололар, балалар өсөн дә бик фәһемле. Тәүгеләре әҙерлектәрен тикшерә, ә йәш быуын хәүефһеҙлек һабаҡтарын ала.

Дилара Бәҙретдинова.

Читайте нас: