Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Ғинуар 2018, 20:18

Йондоҙнамә (30 ғинуар – 5 февраль)

ылаҡ (22.12 – 20.01) Аҡланыу — аҙнаның төп бәләһе. Улар ниндәйҙер уңышһыҙлыҡты ҡаплау һымаҡ ҡабул ителәсәк.

ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҡланыу — аҙнаның төп бәләһе. Улар ниндәйҙер уңышһыҙлыҡты ҡаплауһымаҡ ҡабул ителәсәк.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Аҙнаның тәүге яртыһында хәлегеҙҙән килгәнсә әүҙем эш итегеҙ. Артабан тырышлығығыҙ әллә ни файҙа

бирмәҫ һымаҡ. Шулай ҙа матди мөмкинлектәрегеҙ киңәйер. Йондоҙҙар иғтибарҙы күберәк йорт-хужалыҡҡа йүнәлтергә ҡуша.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Төрлө яҡтан килгән яңылыҡтарға ҡарата һәр саҡ һиҙгер булырға тырышығыҙ. Уларҙың эштәрегеҙгә етди йоғонто яһауы мөмкин. Был арала элегерәк төҙөгән маҡсаттарығыҙҙы үҙгәртергә лә тура килер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Аҙна барышында кәйефегеҙ үҙгәреүсән буласаҡ. Һеҙҙең тирәләге хәлдәр ҙә тотороҡло түгел. Шулай ҙа бирешмәгеҙ,

иң ҡатмарлы мәсьәләләр алдында ла ҡаушап ҡалмағыҙ. Осор аҙағында һис уйламағанда килем алырһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Осор уҡып йөрөгәндәргә бик тә уңышлы. Аралашыу даирәһе күҙгә күренеп киңәйер. Яңы таныштар тормошоғоҙға ыңғай йоғонто яһар. Йомала кеше аҡсаһы менән бәйле мәшәҡәттәр килеп сығыуы ихтимал.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Сығымдарығыҙҙың ҡәҙимгенән артып китеүе бар. Уларға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Йондоҙҙар кеше алдында артыҡ асылмаҫҡа ҡуша, янығыҙҙа ышанысһыҙ әҙәмдәр бар.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Мәл элек ҡыйынлыҡ тыуҙырып тор ған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы. Уҡыған йәки эшләгән урындағы ваҡиғалар дәрт өҫтәр. Күптән күрмәгән танышығыҙ менән осрашырһығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҙна яҡшы һәм өмөтлө яңылыҡтар алып килер. Кәйефегеҙ яҡшы булыр, үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр. Дуҫ-иштәрегеҙ араһында ҡайһы саҡ артыҡ маҡтанып ебәреүегеҙ бар. Был арала ҡайһы бер элекке бәйләнештәрҙе яңыртырһығыҙ, бәлки.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Ялҡаулыҡ тураһында онотоп, яңы

ҙур эштәрҙе башлап ебәреү мөһим. Эш-

ләгән йәки уҡыған урында мөмкин тик-

лем төрлө дәғүәләрҙән ситтә тороғоҙ.

Алдан күрә белеү һәләтегеҙ шишәмбелә ныҡ

ярҙам итәсәк.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Яҡын арала матди ҡыйынлыҡтарға юлығыуығыҙ ихтимал. Был хәлгә алдан әҙерләнһәгеҙ, яҡшы булыр ине. Кесе йома ыңғай булыуы менән айырылып торор. Өҫтәмә килем, бүләк йәки отош алыр һығыҙ кеүек.

Саян (24.10 – 22.11)

Бөтә эштәрегеҙ ҙә уңышлы барыр. Был хәлдән файҙаланып ҡалығыҙ. Шулай ҙа яҡын киләсәккә ҙур маҡсаттар төҙөмәгеҙ – улар ҙың ҡапыл үҙгәреүе ихтимал. Кесе йомала ниндәйҙер өмөтлө осрашыу булыр.

уҡсы (23.11 – 21.12)

Бер аҙ арығанлыҡ һиҙерһегеҙ. Бар эштәрегеҙ туҡталғандай тойолор. Тырышлығығыҙ әллә ни файҙа килтермәҫ

тә кеүек. Йондоҙҙар был арала төҫ-башығыҙға һәм һаулығығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға ҡуша.
Читайте нас: