Хәлегеҙ тотороҡло ғына. Шулай ҙа аҙна уртаһында ниндәйҙер ярҙам эҙләргә тура килер, бәлки. Йомала иғтибарлыраҡ булығыҙ, уйығыҙға осраҡлы ғына килгән фекерҙәрҙең бик өмөтлө булыуы ихтимал.
Һис тә көтмәгәндә төрлө ваҡтөйәк мәшәҡәт күбәйеп китер. Йыш ҡына ваҡыт етмәү, эш күплеге ҡамасаулар. Был аҙнала уйлағандан күпкә әҙерәк эшләрһегеҙ һымаҡ.
Йортоғоҙҙағы хәлдәр иғтибар үҙәгендә булыр. Өйҙәгеләрҙең мәсьәләләренә етдиерәк ҡарарға тырышығыҙ. Шаршамбылағы ваҡиғалар киләсәгегеҙ өсөн мөһим буласаҡ. Өмөтлө танышыуҙар мөмкин.
Аҙна барышында бик күптәр һеҙҙең ярҙамға мохтаж булыр. Уларҙы ситкә типмәгеҙ, аҙаҡ сауабын алырһығыҙ. Тәҡдим ителгән осрашыуҙарҙан да баш тартмағыҙ.
Ҡатмарлы осор. Ауыр саҡтарҙа ярҙам һорарға тартынмағыҙ. Иң мөһим яңылыҡтар эш урынында
булыр һымаҡ. Йондоҙҙар дуҫтарығыҙ һәм бигерәк тә туғандарығыҙ менән аралашыуҙы мөмкин тиклем кәметергә
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала ҡайһы бер етешһеҙлектәрегеҙ асыҡ күренер, быны үҙегеҙ ҙә яҡшы аңлар һығыҙ, моғайын. Кешеләрҙең тәнҡит һүҙҙәренә тынысыраҡ ҡарарға тырышығыҙ. Тормошоғоҙға үҙгәрештәр индерергә ваҡыт етте кеүек.
Аҡса табыу тураһында йыш уйланыр һығыҙ. Был арала яңы эштәрҙе башлау тыйыла. Башлағандарҙы тамамлау күпкә
мөһим. Кесе йомалағы ваҡиғалар тормошоғоҙға ыңғай йоғонто яһар.
Бик уңышлы мәл. Ниндәйҙер мөһим һәм оҙайлы эште башлап ебәрерһегеҙ. Был һеҙҙән тырышлыҡ, ваҡыт һәм байтаҡ сығым талап итер. Шулай ҙа аҙаҡтан әлеге эштең сауабын күрерһегеҙ.
Был арала күптәргә тырышлыҡ күрһәтергә тура килер. Ниндәйҙер эштәрҙе өр-яңынан башларға мәжбүр булырһығыҙ.
Кеше ярҙамына артыҡ өмөт итмәгеҙ, үҙ аллы эш итергә тырышығыҙ. Йомала яҡшы яңылыҡтар килер.
Аҙна барышында үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһаламауығыҙ ихтимал. Был арала аҡсағыҙҙы бик һаҡсыл тотоноғоҙ. Ҡиммәтле әйбер ҙәр һатып алыуҙы әлегә кисектереп тороғоҙ.
Һеҙҙе ниндәйҙер һиҙелерлек уңыш көтә. Был күптән хыялланған ваҡиға булыр һымаҡ. Кешеләр һөйләгән юҡ-бар хәбәргә ышанмағыҙ. Кәрәк саҡта дуҫтарығыҙҙың һәм туғандарығыҙҙың ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ.
Ҡәҙимге осор. Тик шишәмбелә генә эштәрегеҙҙә бер аҙ буталсыҡ күҙәтелер. Етди ҡағыҙҙар менән эш иткәндә иғтибарлыраҡ булығыҙ, хата ебәреүегеҙ бар. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – кесе йома һәм йәкшәмбе.