Инйәр
+11 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
12 Января 2018, 17:06
Каникулдар календары: республика уҡыусылары тағы ҡасан ял итә?
Ҡышҡы каникулдарҙан һуң уҡыуҙар башланып ҡына тора, күп кенә уҡыусылар иһә йәнә ял хаҡында хыяллана.
Ҡышҡы каникулдарҙан һуң уҡыуҙар башланып ҡына тора, күп кенә уҡыусылар иһә йәнә ял хаҡында хыяллана.
Мәҫәлән, мәктәп тормошона тулыһынса яраҡлашып өлгөрмәгән беренсе класс уҡыусыларына өсөнсө сиректең уртаһында бер аҙналыҡ өҫтәмә ял ҡаралған. Һәр белем биреү учреждениеһы ошо датаны үҙе билдәләй, ләкин яҡынса алғанда, был 19 февралдән 25-нә тиклем булырға тейеш.
Башҡа уҡыусылар иһә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 23,24 һәм 25 февралдә ял итә.
Яҙғы каникулдар 26 марттан алып 2 апрелгә тиклем билдәләнгән.
Әйткәндәй, март айында каникулдан тыш байрамдар ҙа бар. Был — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә тап килгән 8 марттан 11 мартҡаса дүрт көнлөк ял. Апрелдә байрам көндәре — 29 апрелдән 2 майға ҡәҙәр (Яҙ һәм хеҙмәт байрамы), 9 май — Еңеү көнө.
Оҙайлы йәйге каникулдар 1 июндә башлана. Хәйер, 9 һәм 11 класс уҡыусылары төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғас ҡына ял итә ала. Каникулдар буйынса тәҡдимдәрҙе Башҡортостандың Мәғариф министрлығы әҙерләгән, республикалағы һәр мәктәп ошо теҙмәгә уҡыу планына ярашлы төҙәтмәләрен индерә ала, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"