Инйәр
-9 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Ғинуар 2018, 22:09

Яңы 2018 йылда нимә көтөлә?

Утлы Ҡыҙыл Әтәс һуңғы йырҙарын йырлап, ниһайәт , хушлашты. Ҡаршыға өрә-өрә, әйтерһең, барыбыҙға ла бәхет юрай-юрай , Эт саба. Һары Эт йылы беҙгә үҙе менән ниҙәр алып киләсәк, барлыҡ теләктәр ҙә ҡабул булырмы? Йондоҙҙар ни генә юраһа ла, яңы йыл бары икһеҙ-сикһеҙ шатлыҡ, именлек, бәхет алып килһен! Тормош юлд арыбыҙҙа шатлыҡлы осрашыуҙар, бәхетле йылмайыуҙар,

Утлы Ҡыҙыл Әтәс һуңғы йырҙарын йырлап, ниһайәт хушлашты. Ҡаршыға өрә-өрә, әйтерһең, барыбыҙға ла бәхет юрай-юрай, Эт саба. Һары Эт йылы беҙгә үҙе менән ниҙәр алып киләсәк, барлыҡ теләктәр ҙә ҡабул булырмы?
Йондоҙҙар ни генә юраһа ла, яңы йыл бары икһеҙ-сикһеҙ шатлыҡ, именлек, бәхет алып килһен! Тормош юлдарыбыҙҙа шатлыҡлы осрашыуҙар, бәхетле йылмайыуҙар, хуш еҫле сәскәләр күп булһын!
СЫСҠАН (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008)
Карьера. Сысҡан йылында тыуыусыларға - “5”ле! Улар бар эшкә лә уңған, булдыҡлы, тырыштар. Ундайҙар хаҡында тауҙарҙы күсерергә һәләтле, тиҙәр. Теләк һәм кәйеф кенә булһын, эйе бит? Эштә етәксегеҙҙе юғары сифатлы хеҙмәтегеҙ мелән һоҡландырырһығыҙ.
Мөхәббәт. Шул хәтлем һөйкөмлө һәм аҡыллы гүзәл заттар янынан нисек тыныс ҡына уҙып китәһең инде? Һеҙгә ғашиҡ булмау мөмкин түгел бит! Баш көллө мөхәббәт диңгеҙенә сумырға әҙер булығыҙ. Йыл хужаһы Һары Эт һеҙгә никах балдағы ла әҙерләп ҡуйған.
Финанстар. Тышҡы ҡиәфәтегеҙҙе матурлау өсөн һеҙгә бер ни кәрәкмәй. Һеҙ тәбиғи гүзәллеккә эйә. Шулай ҙа аҡса янсығығыҙ ҡалын булғанда, йәшәүе лә күңеллерәк! Өҫтәмә керем тураһында ла уйланығыҙ. Эшләргә лә эшләргә тура килер.
ҮГЕҘ (1925, 1937, 1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009)
Карьера. Үгеҙ йылында тыуыусылар, ғәҙәттә, үҙ һүҙле, тиҫкәре, бер аҙ дорфараҡ та. Быйыл нәҡ шундай булырға кәрәк тә. Бындай сифаттар килеп тыуған һынауҙарҙы еңеп сығырға ярҙам итер. Эш урынын алыштырыу буйынса ла тәҡдимдәр булыр. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡып ҡалмағыҙ. Үҙегеҙҙе яңы өлкәлә лә һынап ҡарағыҙ.
Мөхәббәт. Мөхәббәт күгендә тик һеҙҙең өсөн генә йондоҙҙар бер туҡтамай яҡты нурын һибер, баҡсалағы һөйөү гөлдәре тик һеҙҙең өсөн генә хуш еҫле сәскә атыр. 2018 йыл наҙлы мөхәббәт, онотолма осрашыуҙары менән иҫтә ҡалыр. Ғаиләлеләрҙе матур тормош көтә. Өҫтәлегеҙ түңәрәк, тыуыр көндәрегеҙ мөбәрәк булыр, йыл әйләнәһенә өйөгөҙҙән ҡунаҡтар өҙөлмәҫ.
Финанстар. Бар байлыҡ — һеҙҙең башығыҙҙа. Күптәнге идеяларығыҙҙы тиҙерәк тормошҡа ашырып, көрәп аҡса ала башлағыҙ, тигән һүҙ был.
ЮЛБАРЫҪ (1926, 1938, 1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010)
Карьера. Йыл хужаһы Һары Эт һеҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алыр: барлыҡ проблемаларҙан, күңелһеҙлектәрҙән һаҡлар. Шулай ҙа иғтибарлы булығыҙ: алдаҡсыларҙан, ҡараҡтарҙан һаҡланығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр шәхси эш асырға теләр. Был, әлбиттә, дөрөҫ ҡарар. Һеҙҙең һәләт менән күптән инде ҙур уңыштар ҡаҙанырға ваҡыт.
Мөхәббәт. Романтик миҙгелдәргә бай йыл көтөлә. Һөйөклө кешегеҙ менән бергә сәйәхәткә барһағыҙ, мөнәсәбәттәрегеҙ нығыр, бер-берегеҙҙе яҡшыраҡ аңлай башларһығыҙ. Быйыл ҡауҙылар һеҙҙең өй алдына матур итеп төрөлгән алһыу йә зәңгәр биләүҙә ҙур бүләк ҡалдырып китергә уйлай.
Финанстар. Аҡсаға интекмәҫһегеҙ, бурысҡа инмәҫһегеҙ. Тырышып эшләһәгеҙ, барыһы ла булыр.
ҠУЯН (1927, 1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011)
Карьера. 2018 йылды көлөп, йылмайып ҡаршы алырһығыҙ. Йыл хужаһы Эт һеҙҙең кеүек йомшаҡ, саф күңелле кешегә бер ҙә ырылдамаҫ. Киреһенсә, ҡулынан килгәнсә һәр саҡ ярҙам итеп торор. Уңыш йылмайып торғанда, мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ.
Мөхәббәт. Шәхси тормошта уңай үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ. Йыл романтик осрашыуҙар, күңелле мажаралар менән башланып китер. Был йылды танышҡан парҙар, һис шикһеҙ, ҡауышасаҡ, ғаилә ҡороп, матур-матур сабыйҙар алып ҡайтасаҡ, ти йондоҙҙар.
Финанстар. Аҡса күктән яумай, барыһы өсөн дә тырышлыҡ кәрәк. Тырышып ҡына эшләһәгеҙ, теләгәнегеҙгә ирешерһегеҙ.
АЖДАҺА (1928, 1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012)
Карьера. Эт йылы мөһим ваҡиғалар, тормошта ҙур үҙгәрештәр менән иҫтә ҡалыр. Эшегеҙҙе алыштырырға, яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә, башҡа ергә күсеп китергә тура килеүе бар. Ижад ҡаҙанында ҡайнаусылар өсөн 2018 йыл үтә лә уңышлы уҙыр.
Мөхәббәт. Ғаиләлеләрҙең тормошонда күңелле ваҡиғалар көтөлә. Күктә ҡауҙылар ҙа ҡанаттарын ҡаҡҡылап, нығытып ҡуйғандар. Һеҙгә бүләктәр алып килеп етерҙәр әле, бына күрерһегеҙ.
Финанстар. Кеҫәлә аҡса артһын тиһәгеҙ, әлбиттә, тағы ла күберәк эшләргә кәрәк. Төп эшегеҙҙән тыш өҫтәмә рәүештә аҡса эшләп алыу мөмкинлегенән баш тартмағыҙ.
ЙыЛАН (1929, 1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013)
Карьера. 2018 йыл һеҙҙең өсөн бик файҙалы һәм һөҙөмтәле үтәсәк. Һәр эшегеҙҙе алдан уйлап, барын ентекләп тикшереп, интуицияғыҙға таянып башҡарырһығыҙ. Шуға ла хата-яңылышыуҙар булмаҫ, эштә ҙур уңыштарға ирешерһегеҙ.
Мөхәббәт. Мөғжизәләргә бай, романтик йыл көтә һеҙҙе. Ғүмерлек йәрегеҙҙе осратып, ғаилә ҡороп ебәреүегеҙ ихтимал. Йондоҙҙар һеҙгә йәшәү урынын киңәйтеү, ремонт яһау кеүек эштәрҙе башларға тәҡдим итә. Ни өсөн тигәндә, быйыл ғаиләгеҙ ишәйеп китер тип көтөлә.
Финанстар. Финанс хәлегеҙ күпкә яҡшырыр. Тик барыһына ла был турала һөйләп йөрөргә кәрәкмәй. Капитал, байлыҡ тынлыҡты ярата.
АТ (1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014)
Карьера. Шатлыҡлы, ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай йыл көтә һеҙҙе. Командировкаларға барыусыларҙың юлдары уңыр. Сит илгә сәфәргә сығыу өсөн дә яҡшы ваҡыт. Унда аралашыу даирәһен киңәйтә, яңы дуҫтар таба аласаҡһығыҙ.
Мөхәббәт. Романтика өлкәһендә тыныслыҡ һәм гармония хөкөм һөрөр. Был йылда мөләйемлелегеҙ тағы ла артыр, иҫ киткес матур осрашыуҙар күңелегеҙгә хуш килер. Ҡыҫҡаһы, телевизор ҡаршыһында моңһоуланып ултырырға тура килмәҫ. Ғаиләлеләрҙең тормошонда ла күңелле ваҡиғалар күп булыр.
Финанстар. Алдаҡсылар һәм мутлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡланығыҙ. Күпме тир түгеп эшләп тапҡан аҡсағыҙҙы юғалта күрмәгеҙ.
КӘЗӘ/ҺАРЫҠ (1931, 1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015)
Карьера. 2018 йылда һеҙҙе бөтә йүнәлештә лә уңыштар көтә. Бер ниҙән дә ҡурҡмағыҙ, маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн бар юлдар асыҡ. Конкурентлар белән бәйле проблемалар гына тууы бар. Пландарығыҙҙы башҡаларға асылып һөйләп йөрөмәгеҙ.
Мөхәббәт. Яңы мөнәсәбәт, осрашыуҙар, мөхәббәт белдереүҙәре көтөлә. Йыл башында осратҡан һөйгән йәрегеҙ йыл аҙағына тиклем тормош иптәшегеҙгә әйләнергә мөмкин. Ғаиләлеләрҙең тормошонда ла ыңғай үҙгәрештәр булыр.
Финанстар. Матди хәлегеҙ борсомаһа ла, аҡсағыҙҙы юҡҡа-барға әрәм итмәгеҙ, артығын банкҡа һалып ҡуйығыҙ. Шулай ғына аҡса йыя алырһығыҙ.
МАЙМЫЛ (1920, 1932, 1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016)
Карьера. Киләһе йылда тормошоғоҙҙа шатлыҡлы осрашыуҙар, бәхетле йылмайыуҙар, ҡыуаныслы миҙгелдәр күп булыр. Йыл дауамында уйнап-көлөп, күңел асып йәшәрһегеҙ. Эштә үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ, һәләттәрегеҙҙе йәшермәгеҙ. Тырышлығығыҙҙы күреп, яңы эштәр тәҡдим итергә, карьера баҫҡысы буйлап күтәрергә мөмкиндәр.
Мөхәббәт. Эт йылы романтик мажараларға, яңы танышыуҙарға бай булмаҡсы. Һеҙ быйыл теләһә кемде үҙегеҙгә ҡарата аласаҡһығыҙ, ғашиҡ булыусылар күп булыр. Йыл ғаилә ҡороу, бәпәйҙәр алып ҡайтыу өсөн бик тә уңышлы.
Финанстар. Аҡсағыҙҙы дөрөҫ тоторға өйрәнегеҙ. Бер өлөшөн банкҡа һалып ҡуйыу дөрөҫ булыр. Проценттар ҙа тама, күңелегеҙ ҙә тыныс.
ӘТӘС (1921, 1933, 1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017)
Карьера. Йыл хужаһы Эт һеҙҙең һәр башланғысығыҙҙы хуплар, ҡулынан килгәнсә булышыр. Барлыҡ хыялдарығыҙ ҙа еңел генә тормошҡа ашырға тора. Тик һезгә бер кәңәш: киләсәккә пландарығыҙҙы, маҡсаттарығыҙҙы сит кешеләргә һөйләмәгеҙ.
Мөхәббәт. Сюрприздарға, күңелле ваҡиғаларға бай йыл көтөлә. 2018 йылда ҡорған ғаиләләр ныҡлы, уларҙың сабыйҙары сәләмәт һәм аҡыллы буласаҡ. Яҡындарығыҙға юл ҡуйырға ла өйрәнегеҙ, һөйгәнегеҙҙең фекерен иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Финанстар. 2018 йылда кинәт кенә байып китерһегеҙ. Хәйриәселек менән шөғөлләнегеҙ. Мохтаждарға биргән саҙаҡа үҙегеҙгә меңләп әйләнеп ҡайтасаҡ.
ЭТ (1922, 1934, 1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018)
Карьера. 2018 йылда кем-кем, ә бына Эт йылында тыуыусылар, һис шикһеҙ, ҙур уңыштар яулаясаҡ. Йыл хужаһы үҙенекеләрҙе ташламай, йыл әйләнәһенә ярҙам итеп, булышып торасаҡ.
Мөхәббәт. Мөхәббәт күген салауат күпере яҡтыртып торор! Ҡайһы ваҡыт болоттар ҙа килеп сығыуы мөмкин, әлбиттә. Тик улары ла ап-аҡ һәм мамыҡтай йоп-йомшаҡ. Һөйгән йәрегеҙ ҡулығыҙҙы һорарға, ниһайәт, батырсылыҡ итер. Ни өсөн тигәндә, был йыл никах, туй байрамдарына бай булыр. Йыл шулай уҡ туғандар менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн дә яҡшы.
Финанстар. Был осорҙа ял, күңел асыу, уңға-һулға аҡса туҙҙырыу тураһында онотоп тороғоҙ. Һеҙгә әлегә эшләргә, эшләргә һәм тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә кәрәк!
СУСҠА (1923, 1935, 1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007)
Карьера. Йыл хужаһы Эт һеҙҙе йыл буйына күңелһеҙлектәрҙән һаҡлар. Эшегеҙ менән бәйле көндәштәрегеҙ янығыҙға килергә лә баҙнат итмәҫ. Бер төрлөлөктән туйһағыҙ, үҙегеҙҙе яыа өлкәлә лә һынап ҡарағыҙ. Нәҡ был йылда үҙегеҙҙә яңы һәләттәр асып, даһиҙарса бар донъяны яулауығыҙ ҙа бик мөмкин!
Мөхәббәт. Мөхәббәт өлкәһендә ғашиҡ булыу, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтөлә! Тик һеҙгә һаҡ булырға кәңәш бирә йондоҙҙар. Башығыҙҙы юғалтып, үҙегеҙгә тиң булмаған кешеләр менән бәйләнешкә инә күрмәгеҙ.
Ғаиләлеләрҙең тормошонда күңелле ваҡиғалар көтөлә. Ҡауҙылар ҡайҙа оя ҡорайым икән тип, һеҙҙең өй тирәһендә лә өйөрөлөп осор.
Финанстар. Финанс мәсьәләһе үҙегеҙгә бәйле. “Алма беш, ауыҙыма төш” тип көтөп ятыусыларға ауыр буласаҡ.
Читайте нас: