12 июнь - Рәсәй көнө уңайынан изге Нарыҫтау ерендәге "Сәхәбә" мәсетендә сәғәт 12-лә мосолмандар йыйыны үтә.
Аллаһ тәғәлә ризалығы өсөн күмәкләшеп намаҙ уҡыйыҡ, зекер әйтәйек, бергәләп илебеҙ халыҡтары берҙәмлеге, бар Ер шарындағы именлек һәм тыныслыҡ өсөн доға ҡылайыҡ!
Сығыш яһайҙар:
Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тәтжүтдин, билдәле ғалимдар, шағирҙар, яҙыусылар, ҡурайсылар һәм йырсылар.
Салауаттар, мөнәжәттәр әйтеү, халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡарыу, Мәргән уҡсыларҙан оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Балалар өсөн айырым майҙансыҡтәр эшләйәсәк.
Ошондай йыйындарҙа бер-беребеҙгә ҡарата ихтирәм һәм мөхәббәт, Аллаһ тәғәләгә һәм пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салаллаһу ғәләйһи үәссәламгә карата ихласлыҡ тойғолары артһын!
Барығыҙҙы ла олуғ байрамға саҡырыбыҙ!
Илебеҙ, еребеҙ, халҡыбыҙ берҙәмлеге һағында берҙәм булайыҡ!
Сара барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар (битлек, бирсәткәләр) менән үткәрелә.
Адресы: Миәкә районы, Нарыҫтау ауылы, "Сәхәбә" мәсете.
Айрат Назиров.