Бөтә донъя әсәләр көнөн билдәләп
Ул ҡояш та, йыһан да, бөтөн донъя ла...
Донъялағы иң йылы, яҡты, танһыҡ урын ул – ғаиләлә. Усаҡты йылы тотоу ҡатын-ҡыҙҙан булһа, утынын хәстәрләү – ир-аттан. Районда күп бала үҫтергән өлгөлө парҙар бихисап. Улар милләтебеҙ ҡото, өмөтлө киләсәге. Баҡалды ауылында йәшәүсе Таңһылыу һәм Рәдиф Хужаевтар шундайҙарҙың береһе. Республика көнөнә бағышланған тантаналы сарала Таңһылыу Хужаева “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.
— Әсә — һәр кем өсөн донъяла иң ҡәҙерле кеше. Беҙ тормошобоҙҙағы барлыҡ яҡшылыҡ өсөн уларға бурыслы. Улар беҙгә ғүмер, үҙҙәренең сикһеҙ һөйөүен, йөрәк йылыһын бүләк итә. Әсә наҙы, аҡылы, хәстәрлеге ғүмер юлыбыҙҙа һәр саҡ беҙҙе ҡурсалап тора, — тигәйне район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин тәбрикләү мәлендә.
Хужаевтарҙың ғаилә башлығы Рәдиф Ғәлинур улы —Ҡыҙғынан, ә Таңһылыу Рәфил ҡыҙы — Илеш районының Рсай ауылынан. Икеһе лә күмәк балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән.
Улар 2011 йылда таныша, ә ике йылдан һуң, үҙ яҙмыштарын берләштерә.
— Ул ваҡытта “аська” селтәре бик популяр ине. Рәдиф (үҙе һуңыраҡ һөйләгәнсә) ни өсөндөр күңеленә яҡын Танһылыу исемен осраҡлы ғына унда йыйып, миңә “сыға”, — ти хужабикә.
Йәштәрҙең ошонда һүҙҙәре берегеп, ныҡлап дуҫлашып китәләр һәм оҙаҡҡа һуҙмай, 2013 йылдың июнь айында туй ҙа гөрләтәләр.
Ғаилә ҡорғас, улар тәүҙә Рәдифтең тыуған ауылы Ҡыҙғыла йәшәйҙәр, унан балалар баҡсаһы, урта мәктәбе булған Баҡалдыға күсәләр. Ер участкаһы алып, үҙҙәренең тырышлығы, туғандар ярҙамы менән йорт һалып инәләр. Әйткәндәй, әлеге көндә уны тағы ла ҙурайтыу мәшәҡәттәре менән “мәж” киләләр.
Хужаевтар ғаилә ҡотон һаҡлауға, төрлө ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бүлә. Йәш әсәнең елкәһендә – донъя мәшәҡәттәре, балалар. Ғаилә башлығы тәүҙә оҙаҡ йылдар Себер тарафтарына вахта ысулы менән йөрөп эшләй, артабан Өфө ҡалаһына төҙөлөшкә күсә. Ул тәҙрәләр ҡуйыу, күп фатирлы йорттарҙа ремонт башҡарыу оҫтаһы.
Таңһылыу Рәфил ҡыҙы һәм Рәдиф Ғәлинур улы биш балаға ғүмер биреп, уларҙы ысын шәхес итеп тәрбиәләргә тырыша. Әлеге мәлдә өлкән улдары Искәндәр Татарстандың Нижнекамск ҡалаһында кадет мәктәбендә уҡый, ул кесе туғандарына һәр яҡлап та өлгөлө ағай. Исламиә һәм Уралиә ҡыҙҙары уҡыусылар, мәктәп тормошонда үткән төрлө сараларҙың әүҙем ҡатнашыусылары. Радель һәм Асҡар улдары әлегә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, аралары йәш ярым ғына, уларҙы бөтәһе лә иркәләп-наҙлап ҡына тора. Һәммәһе лә йыр-моңдо, спортты үҙ итә, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, тигәндәй, ҡыҙҙар ҡул эштәренә маһир, аш-һыу әҙерләүгә әүәҫ, ә егеттәр атай янында йорт төҙөүҙең бөтә нескәлектәренә төшөнөп, уға ярҙамлаша.
— Күп бала үҫтереүе ауыр түгел, сабыйҙар тормошобоҙ йәме, мәғәнәһе. Улар өсөн йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ, йүнсел, кешелекле, игелекле итеп тәрбиәләргәбар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Һәр береһе күңелдәренә ятҡан һөнәр һайлап, тормошта үҙ юлдарын табыуҙарын теләйбеҙ. Киләсәктә беҙҙе уңыштары менән ҡыуандырып ҡына торһондар, — ти Хужаевтар.
Рәдиф Ғәлинур улы ҡатыны һәм улдары өсөн өҙөлөп торған ғаилә башлығы.
— Ҡатын бәхете ирҙән, тиҙәр. Аллаға шөкөр, тормош иптәшемдән уңдым. Ул хәстәрлекле атай, ғаиләбеҙҙең терәк-таянысы. Миңә йорт мәшәҡәттәрендә һәр саҡ ярҙамлаша. Бөтә эште лә бергәләп башҡарабыҙ. Балаларыбыҙҙы ла ҡуша алып йөрөп, хеҙмәткә өйрәтәбеҙ. Улар атайҙарын һағынып тора. Эргәңдә ышаныслы кешең барын белеү, арҡаланырҙай парың булыуы йәшәргә көс өҫтәй, дәрт бирә.
Әсәйем, ҡәйнәм дә, шулай уҡ, беҙгә терәк-таяныс. Хәстәрен тойоп йәшәйбеҙ, уларға рәхмәтлебеҙ, — ти хужабикә.
Таңһылыу ғаиләһен көндә татлы ризыҡтар менән һыйлай. Ул бешергән тәмле бәлештәрҙе балалар көтөп ала. Үҙҙәре лә әсәйҙәренә аш-һыу әҙерләргә ярҙам итә.
— Әсә булыу – ул бәхет. Биш бала тәрбиәләп, һәр нәмәлә ыңғай яҡтарҙы күрергә өйрәндем. Барыһын да тейешле тип ҡабул итәм, ә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.
Иң яратҡан байрамдарыбыҙ – ул, әлбиттә, балаларҙың тыуған көндәре. Уны иҫтә ҡалырлыҡ итеп билдәләйбеҙ. Һәм, ғөмүмән, бөтә буш ваҡытыбыҙҙы бергә үткәрергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, йәйгеһен сәйәхәт итергә, тәбиғәт ҡосағына сығырға, походтарға йөрөргә, йәки балаларҙы уйын үҙәктәренә, киноға алып барырға яратабыҙ, — тип билдәләне ул.
Әйткәндәй, Рәдиф Хужаевты күптәр моңло тауышлы йырсы итеп тә танып-белә. Ул йыш ҡына район кимәлендә үткән төрлө мәҙәни сараларҙа сығыш яһай. Уҙған йыл Өфөнөң 450 йыллығына арналған вокал конкурсында ҡатнашып, гала-концертта сығыш яһаны һәм 3-сө урын яуланы.
Яҡташтарыбыҙҙың үҙ-ара һөйөү тулы, наҙлы ҡараш менән алмашыуы, балаларына ҡарата иғтибарлы булыуы һоҡланыу һәм ихтирам уята.
— Ғаиләнең ныҡлығы – мөхәббәттә һәм ихтирамда, ә иң мөһиме, бер-береңә ышаныста һәм таяныста, тип уйлайбыҙ. Бәхетте балаларыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың һау-сәләмәт булыуында күрәбеҙ, — ти бер һүҙҙән Хужаевтар.
Сабыйҙарҙың киләсәктә кем булып үҫеүе атай-әсәйҙең тәрбиәһенән, хәстәренән тора. Хужаевтарға ҡыҙҙарын һәм улдарын лайыҡлы кешеләр итеп үҫтереп, оло тормош юлына сығарып, игелектәрен күреп, уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәргә насип булһын.
Физәлиә Ғәниева.
Фото — ғаилә архивынан.