Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
12 Сентябрь 2025, 09:44

Рухты нығытыусы сара

12 сентябрҙә республикала Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә. Был байрам – халыҡтарҙың йолалары, тарихы һәм мәҙәниәтенә хөрмәт күрһәтеү, йәш быуынға халҡыңдың мәҙәни байлығы ҡиммәтен аңлатыу мөмкинлеге. 2020 йылдан Башҡортостанда Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр үткәрелә.

Рухты нығытыусы сара
Рухты нығытыусы сара

Республикала 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй, һәр ҡайһыһы үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлектәре менән ҡабатланмаҫ. Милли кейем көнө — ата-бабаларҙан ҡалған рухи мираҫҡа, халыҡтарҙың тарихына тағы бер ентекләберәк күҙ һалыу өсөн матур сәбәп тә. Ошо көндә ойошторолған ҡыҙыҡлы, күркәм саралар аша үҫеп килгән быуын да халыҡ мәҙәниәтенең ифрат ҡәҙерле, баһалы, аҫыл төшөнсә икәненә төшөнә, унда тарихи үткәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйә.

Байрам алдынан район мәҙәниәт йортоноң фойеһында “Кейемдәр нимә тураһында һөйләй?” күргәҙмәһе асылды. Сараның инициаторы – район мәҙәниәт йортоноң “Хазина”, “Ихлас” фольклор төрөкөмө етәксеһе Рәсимә Мөхәмәтйәрова һәм “Заряница” рус халыҡ йыры хоры етәксеһе Екатерина Егорова. Унда мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, милли кейемдәрҙе тергеҙеү өҫтөндә эшләгән  оҫталар ҡатнашты.

Шулай уҡ, “Ихлас” фольклор һәм ”Хазина” бейеү түңәрәгендә ҡатнашыусылар мәҙәниәт йорто сәхнәһендә “Талир тәңкә” исемле флешмоб ойошторҙо. Уның асылында улар бейеү аша үҙ ҡулдары менән теккән кейемдәр һәм милли биҙәүестәр: табын ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарына хас күлдәк, камзул, ҡашмау, хәситә, түшелдерек, таҡыя, суҡлы шәл менән таныштырҙы.

Рәсимә Миңлеғәле ҡыҙы билдәләүенсә, ата-бабаларыбыҙҙың кейемен ентеклерәк тергеҙеү өсөн халыҡ йолаларын тәрәнерәк өйрәнергә кәрәк. Милли кейемдәрҙең төрлөлөгөнә лә иғтибарлы булырға. Халыҡтың нисек кейенеүенә бик күп факторҙар – йәш, социаль хәл, йәмғиәттәге статус, ырыу, ҡайҙа йәшәү һәм башҡалар  йоғонто яһаған.

— Был көндө һәр ваҡытта ла ҙур байрам итеп ҡабул итәбеҙ, сөнки беҙҙең коллективтарҙа районыбыҙҙың рухын, ҡотон тотоп торған  ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тупланған. Йәнә үҙебеҙҙең артыбыҙҙан кешеләрҙе алып барырға тейешбеҙ һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булған  туған телебеҙҙең матурлығын, шулай уҡ кейемдәрен, уйындарын, йолаларын  тергеҙеп, киләһе быуындарға тапшырырға бурыслыбыҙ.

Байрамға килеүселәр башҡорт халыҡ уйындары “Үҙән буйы”, “Өсмөйөш, “Наза”, “Ҡапма –ҡаршы”, “Парлап бейеү”ҙә таһыллыҡтарны һынап ҡараны.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Нимә ул милли кейем? Ни өсөн беҙ республикала Милли кейем көнөн булдырҙыҡ? Быны бик мөһим эш тип иҫәпләйем. Тәү сиратта, был — үткәнебеҙгә, республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың тарихына ҡағылыу ул. Ҡағылыу ғына түгел, республикала йәшәгән күп һанлы халыҡтың тарихына ҡул һуҙыу.

Автор фотоһы.

 

Автор: Физалия  Ганеева
Читайте нас