— Ауыл – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, тамырҙарыбыҙ. Беҙ ауыл халҡы тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Улар беҙҙән ғәҙел рәүештә ауыл ерендә уңайлы шарттар булдырыуҙы талап итә. Йыл һайын ауылдарҙы төҙөкләндереүгә 1,5 миллиард һум аҡса бүләбеҙ. Республика – ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса алдынғылар иҫәбендә, — тип сығыш яһаны үҙенең Мөрәжәғәтнәмәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Баҡалды ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Тирәкле мәҙәниәт йорто биләмәһендә өмә ойошторҙо. Уның барышында сүп-сар йыйылды, яңы бәҙрәф урынлаштырылды һәм ҡойма төҙөкләндерелде. Бындай саралар мәҙәни ойошма биналарының санитар торошон һәм тышҡы ҡиәфәтен яҡшыртыуға, урындағы халыҡтың ялы өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.