Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы — белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе, балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе лә. Тик ысын уҡытыусы ғына баланың артабан һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала.
Бөрөлә республика педагогтары традицион август кәңәшмәһенә йыйылды. Уның сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” дәүләт наградаһын тапшырыу айырым ваҡиға булды. Был юғары баһаны 1-се Архангел мәктәбенән Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы (ОБЗР) Вячеслав Моисеев та алды. Награданы педагогҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәхсән тапшырҙы.
— “Һуғышта генералдар түгел, ә мәктәп уҡытыусылары һәм руханиҙары еңә” тигән билдәле һүҙҙәр бөгөн бер ҡасан да булмағанса көнүҙәк. Уҡытыусылар балаларҙа гражданлыҡ яуаплылығын, Ватанға һөйөүҙе, уны яҡларға әҙерлекте формалаштыра. Уларҙың иңендә ҙур йөкләмә ята, сөнки был предмет хәрби хеҙмәттең һәм ҡорал менән эш итеүҙең башланғыс күнекмәләренә, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүгә, һанлы гигиенаға, таныш булмаған ерҙә үҙ-үҙеңде тотоуға өйрәтеүгә нигеҙләнә. Быларҙың барыһы ла кешегә көндәлек тормошта кәрәк, — тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Вячеслав Михайловичтың дөйөм 32 йыл педагогик стажы бар. Ул 1-се Архангел урта мәктәбендә 1993 йылдан бирле эшләй. Төп эшенән тыш, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеген дә алып бара. Уҡытыу йылдарында үҙен юғары квалификациялы ижади белгес, уҡыу һәм тәрбиә эшмәкәрлегенең һөҙөмтәле ойоштороусыһы булараҡ күрһәтә.
Педагог үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бүлә. Уның даими үткәргән “Батырлыҡ дәрестәре”, класс сәғәттәре һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашлығында кластан тыш саралар мәктәп уҡыусыларында тәрән патриотизм тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
— Заман талабы — баланың табиғәт тарафынан бирелгән һәләтен үҫтереп, уны ижади шәхес итеп тәрбиәләү. Хәҙерге заман шарттарында һәләтле балалар мелән эшләү системаһы ҙур яуаплылыҡ талап итә, тип әйтергә кәрәк. Мәктәп — ул тормошҡа тәүге аҙым һәм һәр уҡыусы уны ышаныслы яһарға, ә беҙ, уҡытыусылар, уларҙың һәр береһенә бөгөнгө ҡатмарлы донъяла үҙҙәренә урын табырға ярҙам итергә тейеш, — ти абруйлы уҡытыусы.
Уның етәкселегендә уҡыусылар ҙур уңыштарға өлгәшә: төрлө республика кимәлендәге олимпиада, конкурс һәм ярыштарҙың еңеүселәре һәм призерҙары була, шулай уҡ Бөйөк Еңеү көнөнә арналған район парадында ҡатнаша. Вячеслав Моисеев остазлығы аҫтындағы “Шайморатов класы”2022 йылда “Йәйге Шайморатов уйындары”нда еңеү яулай, ә 2024 йылда РФ Геройы генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге кубокка был ярыштарҙың төбәк этабында икенсе урын ала. 1-се Архангел мәктәбе командаһы йыл һайын “Зарница” хәрби-спорт уйынының район этабында юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.
— Хәҙерге заман уҡыусылары, әлбиттә, ныҡ үҙгәрҙе, сөнки йәшәйеш тә бер урында тик тормай. Улар яҡшыраҡ йә яманыраҡ түгел, ә үҙенсәлекле. Балалар хәҙер үҙ фекерен хөрмәт итә. Ошо фекерҙе йоторға, баҫырға ярамай, ә үҫтерергә, күтәрергә кәрәк, — тип белдерә ул.
Вячеслав Михайлович үҙенең бай педагогик тәжрибәһен коллегалары менән әүҙем уртаҡлаша, тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен ойоштороусы уҡытыусыларҙың район методик берекмәһе етәксеһе. Үҙенең һөнәри оҫталығы һәм эшкә тоғролоғо араһында хеҙмәттәштәре, уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре араһында абруй ҡаҙанған.
Уҡытыусы – һөнәр генә түгел, уҡытыусы булып тыуырға кәрәк, ти халыҡ. Ысынлап та, был һөнәргә эйә булыу өсөн түҙемлелек, сабырлылыҡ, юғары белем генә етмәй, ә балаларҙы яратыу, ғүмерең буйы уларға үрнәк, дуҫ, кәңәшсе, серҙәш булырға ла кәрәк. Шунда уҡ ысын педагогҡа күп эҙләнергә, бер туҡтауһыҙ оҫталығыңды камиллаштырырға, заман менән бергә атлау ҙа әһәмиәтле. Был сифаттарҙың барыһы ла бер кешелә, беҙҙең мәҡәләбеҙ геройында тупланған.
Бар булмышы менән уҡытыусы булған Вячеслав Михайловичҡа артабан да дәртләнеп эшләргә, яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын!
Физәлиә Ғәниева.
Фото — мәғариф бүлеге сайтынан.