Яңы уҡыу йылы алдынан башҡарылған эшкә йомғаҡ яһау һәм алдағы осорға пландар билдәләү маҡсатында райондың белем биреү учреждениелары ашнаҡсылары йыйылышы үтте.
—Улар өсөн яуаплы осор башланды – балаларҙы туҡландырыуҙы ойоштороу, — тигән мәғлүмәт менән уртаҡлашты мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙы контролдә тотоу буйынса белгес Гөлиә Иҙрисова.
Ул йыйылышта уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу, санитар нормалар һәм ҡағиҙәләр талаптарын үтәү, туҡланыу сифатын яҡшыртыу мөмкинлектәре, аҙыҡ-түлек блогы документацияһын тултырыу ҡағиҙәләре, меню һәм технологик карталар форматын үҙгәртеү, шулай уҡ туҡланыуҙы ойоштороуҙа яңылыҡтар мәсьәләләре ҡаралыуы хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 25 февралдә Өфөлә үткән кәңәшмәлә аш-һыу хәүефһеҙ генә түгел, ә эҫе булһын өсөн, мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын даими баһалау бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды:
– Сифат контроле – ул иң мөһиме. Беҙ мәктәптә туҡланыу инфраструктураһын – аҙыҡ-түлекте тикшереү системаһын һәм берҙәм меню, ата-әсәләр һәм балалар менән бәйләнештәр булдырҙыҡ. Айырыуса билдәләп үткем килә: 2020 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса башланғыс класс уҡыусыларының барыһы ла бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителде. Бер-ике йыл элек кенә ата-әсәләрҙән бик күп мөрәжәғәттәр килде. Хәҙер туҡланыу сифатына ялыуҙар һаны күпкә аҙыраҡ, — тип белдерҙе төбәк Башлығы.
“Туҡланыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Гөлсөм Ибраһимова профсоюз эше тураһында отчет менән сығыш яһаны, юбилярҙарҙы ҡотланы һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
— Уҡыусылар сәләмәт, әүҙем һәм яңы ҡаҙаныштарға әҙер булыр өсөн белем генә түгел, сифатлы, тулы туҡланыу ҙа алырға тейеш. Һәр ризыҡтың тәмле һәм файҙалы булыуы мөһим, балалар аш бүлмәһенә бик теләп килһен һәм үҙҙәренә бөтә кәрәкле витаминдар һәм микроэлементтар алһын, — тине ул.
“Туҡланыу үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Нурания Урманова коллективҡа намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте, коллегаларын яуаплылыҡты көсәйтеүгә, балаларҙың һаулығы хаҡына юғары планка тоторға саҡырҙы һәм уларға уңышлы эш теләне.
— Әйҙәгеҙ бергәләп был уҡыу йылын уңышлы һәм сәләмәт итәйек! — тип билдәләне ул.
Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең йырлы-моңло күстәнәсе бөтәһенең дә кәйефен күтәрҙе.
Физәлиә Ғәниева.
Гөлсөм Ибраһимова тарафынан ебәрелгән фото.