Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
28 Август 2025, 14:18

Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя

Районыбыҙҙың бер төркөм  хәрби операция яугирҙәренең әсәләре, хаҡлы ялдағы әүҙем кешеләр, “көмөш йәштәге” ирекмәндәр, хаҡ селтәрҙәре оҫтаханалары әүҙемдәре,  яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүселәр бер көнлөк сәйәхәттә йөрөп ҡайтты

Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя
Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя

Башҡортостанда  2020 йылдан башлап төбәк Башлығы  Радий Хәбиров инициативаһы менән  “Башҡорт  оҙон  ғүмерлелеге. Туризм” программаһы уңышлы тормошҡа  ашырыла. Ул өлкән быуын кешеләренең тормош сифатын яҡшыртыуға  йүнәлтелгән. Уның сиктәрендә республикабыҙҙың матур төбәктәренә бер-ике көнгә автобуста йә йәйәү сәфәргә сығырға мөмкин. Социаль турҙарҙы БР Туризм буйынса дәүләт комитеты БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, муниципалитеттар менән берлектә ойоштора.  Шулай уҡ быға республиканың Туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡ ойошмалары союзы ла булышлыҡ күрһәтә. Барлығы социаль проектта 30-лап маршрут ҡаралған. Туристарҙың йәш сикләүе лә бар: ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ир-ат 60 йәштән өлкәнерәк булырға тейеш.

— Беҙ әлеге программаны бер нисә йыл элек өлкән быуын вәкилдәре өсөн  булдырырға уйланыҡ.  Сөнки  уларҙың  күбеһе Башҡортостанда  ғүмер  буйы  йәшәп, республика буйлап йөрөп, уның матурлығын күреп өлгөрмәүен  ғәҙелһеҙлек, тип таптыҡ. Өлкән быуын кешеләре хәҙер Башҡортостан Республикаһы мөйөштәрендә генә түгел, унан ситтә лә була, халыҡтарҙың йолалары, мәҙәниәте менән таныша ала, — тигән фекерҙә Республика Башлығы.

 Нәҡ ошо программа сиктәрендә районыбыҙҙың бер төркөм  хәрби операция яугирҙәренең әсәләре, хаҡлы ялдағы әүҙем кешеләр, “көмөш йәштәге” ирекмәндәре, хаҡ селтәрҙәре оҫтаханалары әүҙемдәре,  яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүселәр бер көнлөк сәйәхәттә йөрөп ҡайтты. Башта улар Благовещен районының Уса-Степановка ауылында урынлашҡан Изге Георгий Успение ирҙәр монастырында булды. Бында ХХ быуат башының ҡыҙыҡлы архитектураһы һаҡланған. Ҡунаҡтар ғибәҙәтхананы ҡараны, тарихи ихатала сәй эсте, шишмәһенән изге һыу алды. 

Һуңынан Нуриман районына юлланды. Унда билдәле Ҡыҙыл Шишмә Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле һыу сығанағы, донъя буйынса – икенсе урында! Һыу ағымы йәһәтенән Франциялағы Фонтен-де-Воклюз сығанағынан ғына ҡалыша. Йәнә  изге апостолдар Петр һәм Павел сиркәүе эргәһендәге Свято-Троицкий ҡатын-ҡыҙҙар монастырын  барып күрҙеләр.

Был сәфәребеҙ яңы асыштарға мөмкинлек  биреп кенә ҡалмай,  республикабыҙ тарихын белергә һәм  матур тәбиғәтен күрергә насип итә. Пенсионер-туристар ошо проектты булдырыу инициативаһын биргән Республика Башлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

— Район хакимиәтенә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы буйынса ошондай матур сәфәр ойошторғандары өсөн рәхмәт.  Тур мәғлүмәти яҡтан да, шул уҡ ваҡытта  файҙалы булыуы менән дә оҡшаны. Барыһы ла юғары кимәлдә булды. Туризм өлкәһендә бындай сәйәхәттәр  даими булып торһон һәм оло быуынды ҡыуандырһын. Ҡалған оло йәштәгеләргә лә өйҙә ултырғансы, бушлай        мөмкинлектән файҙаланып, Башҡортостан буйлап сәйәхәт  итергә саҡырам, һеҙҙең ҡыуанып ҡайтасағығыҙға иманым камил, — ти яугир әсәһе Мөнирә Ишмөхәмәтова.

Проектта ҡатнашырға теләүселәргә  https://долголетие.соцтуризмрб.рф/ сайтында теркәлергә кәрәк. Сәйәхәттәр бушлай, тик туҡланыу өсөн генә түләргә кәрәк. Унда йылына бер тапҡыр ҡатнашырға мөмкин. Урындар һаны сикләнгән. Теркәлеү һәм килеп тыуған мәсьәләләр буйынса консультацияны 8(3473)25-00-85 телефоны буйынса алырға мөмкин.

              Алевтина Тиунова,

райондың йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе.

Автор тарафынан ебәрелгән фото.

 

Автор: Физалия  Ганеева
Читайте нас