Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
7 Август 2025, 13:05

Янғын хәүефһеҙлеге – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә

Райондың ауыл биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлегенә бөгөн ҙур иғтибар бүленә

Янғын хәүефһеҙлеге – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә
Янғын хәүефһеҙлеге – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Янғын тураһында хәбәр итеү ҡоролмаһын файҙаланығыҙ, был һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыуы ихтимал.

Райондың ауыл биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлегенә бөгөн ҙур иғтибар бүленә. “Ҡыҙыл әтәс”тең ҡуныуына юл ҡуйылмауҙы иҫкәртеү яҡшыраҡ икәнлеген халыҡ яҡшы аңлай. Шулай уҡ ут сыға ҡалһа, уны һүндереү өсөн техника һәм башҡа ҡорал-ҡорамалдар булыуы ла бик мөһим. Был йәһәттән хәҙер ауыл биләмәләрендә аныҡ саралар күрелә.

Мәҫәлән, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы, проекттары буйынса янғын һүндереү техникаһы, инвентары, мотопомпалар һатып алына, һыу алыу өсөн быуалар ҡорола һәм башҡа эштәр эшләнә. Ошо көндәрҙә ауыл биләмәләре башлыҡтары, янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр һәм ауылдарҙың ирекле янғын һағы ағзалары өсөн Арх-Латыш ауыл биләмәһендә семинар үтте. Улар янғын һүндереү техникаһының һәм һыу тәьминәтенең торошон тикшерҙе.

Сарала ирекле янғын һағы командаларын үҫтереүгә, шулай уҡ Максим Горькийҙың ауылы миҫалында райондың ауыл биләмәләрен төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар бүленде.

Рөстәм Сайфутдинов,

райондың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе .

Автор тарафынан ебәрелгән фотолар

Автор: Физалия  Ганеева
Читайте нас