РФ Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдың 7 майындағы Указы менән раҫлаған күп һанлы милли проекттарҙың береһе – “Мәҙәниәт”тең (национальный проект “Культура”) ошо даирәләге матур яңылыҡтарға, ҡаҙаныштарға, ижад менән шөғөлләнеүселәр өсөн яңы мөмкинлектәргә сәбәпсе булыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Милли проект республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылып килә, Башҡортостан ил буйынса алдынғылар рәтендә бара. Проекттың булышлығы менән ауыл-ҡалаларҙың мәҙәни тормошо йәнләнгәне, алға китешкәненә миҫал булырлыҡ яңылыҡтар килеп тора.
Һуңғы бер нисә йылда беҙҙең район балалар музыка сәнғәт мәктәбе лә “Мәҙәниәт” Рәсәй гранттары конкурсында ҡатнашты. Уҡыусылар хәҙер заманса техник һәм инфраструктура мөмкинлектәрен файҙаланып, уңайлы мөхиттә ижад менән шөғөлләнә ала. Уның ярҙамы менән 2020 йылда "Музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдары һатып алыу" программаһы буйынса мәктәп өсөн яңы, әлегә тиклем уҡыу йортонда булмаған музыка ҡоралдары һатып алынған: алты “Юпитер” аккордеоны, биш “Юпитер” баяны, соло торбаһы, контрабас, ике балалайка һәм прима домраһы. Бынан тыш мәктәп фонды йәнә ноутбук, хореогафия класы өсөн станоктар, 12 башҡорт милли костюмы, уҡыу әҙәбиәте (сольфеджио, музыкаль әҙәбиәттең тулы курсы менән компактидисктар) менән тулыланды.
2019 йылда шул уҡ программа буйынса мәктәп базаһы цифрлы рояль, ун электрон фортепиано, 2021 һәм 2022 йылдарҙа — “Николай Рубинштейн” пианиноһы менән яңыртылды.
Һандарға килгәндә район балалар сәнғәт мәктәбе 2019 йылда 870 660 һумлыҡ, 2020 — 2 585 114 , 2021 — 594 320, 2022 — 411 000 һумлыҡ ярҙам алды.
Сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары әйтеүенсә, улар хәҙер балалар менән дәрестәрҙе һөҙөмтәлерәк үткәрергә бөтә мөмкинселек тә бар.
Ирина Пинягина,
район балалар сәнғәт мәктәбе директоры.