Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
16 Август , 10:08

Адреслы социаль ярҙам — ғаиләлә тотороҡло килем сығанағы булдырыу

Бөгөн һеҙгә Башҡортостан Республикаһында социаль контракт нигеҙендә граждандарға өҫтәмә социаль ярҙам сараһы, атап әйткәндә, адреслы социаль ярҙам тураһында иҫегеҙгә төшөрөргә теләйбеҙ. Был ярҙам сараһы республика халҡының йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреү маҡсатында күрһәтелә.

Адреслы социаль ярҙам — ғаиләлә тотороҡло килем сығанағы булдырыу
Адреслы социаль ярҙам — ғаиләлә тотороҡло килем сығанағы булдырыу

Республика Башлығы Радий Хәбиров:
— Социаль өлкәнән — кешеләр өсөн иң яҡын һәм мөһим теманан башлайым,— тине. — 2024 йылды ил Президенты В.В.Путин Ғаилә йылы тип иғлан итте. Был йәнә шуны һыҙыҡ өҫтөнә ала: ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләгә, әсәлеккә, аталыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү — беҙҙең үҙгәрешһеҙ өҫтөнлөктәребеҙ. Балалары булған ғаиләләргә дәүләт яғынан иғтибар, бөтә кимәлдәге айырым ярҙам кәрәк, Ғаилә Йылында ла был ярҙамды көсәйтәбеҙ.

Ауылдарҙа йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү саралары тураһында :

– Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән кешеләргә ярҙам итеү программаһы – социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам итеү эшләй. Унда эш эҙләгән кешеләр ҡатнаша ала. Улар ай һайын өҫтәмә 10 мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Үҙ эшен асырға планлаштырғандар бер тапҡыр 250 мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. 2021 йылдан шәхси хужалығын үҫтерергә теләгәндәргә 100 мең һумға тиклем аҡса бүләбеҙ. Һуңғы ҡарарҙы йәшәгән урыны буйынса муниципалитеттағы комиссия ҡабул итә, – тине БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова:

Йыл һайын республикала ошондай биш мең контракт төҙөйҙәр. Быйыл был маҡсатҡа бюджеттан 580 миллион һум бүленде.

Социаль контракт — ул ярҙам күрһәтеү тураһында килешеү, уны аҙ тәьмин ителгән гражданин йәки социаль яҡлау органы булған ғаилә төҙөй. Маҡсаты — ғаиләлә тотороҡло килем сығанағы булдырыу.

Уларҙың иң кәрәкле йүнәлештәренең береһе, мохтажлыҡ кисергән граждандар социаль контракт төҙөп, шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтерә ала. Был йүнәлеш буйынса 2024 йылда беҙҙең районда 12 аҙ тәьмин ителгән граждан социаль контракттар төҙөнө. Баҡсасылыҡ (үҫентеләр һәм йәшелсәләр үҫтереү), ваҡ һәм эре мөгөҙлө мал, йорт ҡош-ҡорто үрсетеү өсөн уларға 2271360 һум аҡса бүленде.

Шәхси (ярҙамсы) хужалыҡ алып барыу өсөн программала аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һәм аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ йәшәгән граждандар ҡатнаша ала. Уларҙың йән башына уртаса килеме халыҡтың тейешле социаль-демографик төркөмдәре өсөн Башҡортостан Республикаһында билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк булырға тейеш.

Килемде иҫәпләү ҡағиҙәләре: әйләнеш айы алдынан һуңғы өс айҙа ғаилә ағзаларының килеме иҫәпкә алына. Сумманы өс айға, һуңынан ғаилә ағзаларының һанына бүлергә кәрәк. Йән башына уртаса килем килеп сыға.

Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү планында ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа сығымдар сметаһы күләмендә бер тапҡыр түләнә. Был йүнәлеш сиктәрендә 200000 һумдан артмаған күләмдә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү ҡарала.

Үҙ ярҙамсы хужалығын үҫтереүгә соцконтракт шарттары:

— үҙмәшғүл булараҡ теркәлергә кәрәк;

— йүнәлеше — йорт хайуандарын, ҡош-ҡорттар, бал ҡорттарын һәм башҡаларҙы үрсетеү, йәшелсә үҫтереү;

— түләүҙең бер өлөшөн инструменттарға, мал аҙығына, орлоҡтар, ашламаларға һәм башҡаларға тотонорға мөмкин;

— ғариза биреүсенең (ғаилә ағзаларының) милек хоҡуғы, ҡуртым килешеүе йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән башҡа законлы нигеҙ һөҙөмтәһендә ер участкаһы файҙаланыуҙа булырға тейеш.

Социаль контракттың ғәмәлдә булыу ваҡыты 12 айҙан кәм түгел. АСПК алыу өсөн ғаризаны һәм документтарҙы ӨФӨ ҡалаһы, Рихард Зорге урамы, 9/3 адресы буйынса РЦСПН ГКУ-ның Өфө районы буйынса филиалы бүлегендә йәки күп функциялы үҙәк (МФЦ) аша шәхсән тапшырырға мөмкин. Ғаризалар халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең урындарҙағы филиалдары тарафынан тикшерелеп, ыңғай баһа алғандан һуң, контракт төҙөлә.

Шулай уҡ сығымдар тураһында отчет биреү мөһим! Граждандар адреслы ярҙамды маҡсатлы файҙаланғанмы — артабан тикшерелә, йәғни улар БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан раҫланған тәртиптә һәм арауыҡта социаль программа нисек үтәлеүе, аҡсаны нимәләргә сарыф итеүе хаҡында отчет яһай.

Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам дәүләт программаһы ул үҙ эшенә старт алырға, эшһеҙлектән арынырға, халыҡтың һорауҙарын ҡәнәғәтләндерергә һәм килем алырға мөмкинлек бирә.

Документтар һәм шарттар буйынса тулыраҡ консультацияны райондың “Ғаилә” хеҙмәтендә (Архангел ауылы, Совет урамы, 40-сы йорт 2-се ҡат адресы буйынса алырға мөмкин. Телефоны: 8(34774) 2-26-74.

 

Венария Юламанова,
“Ғаилә” хеҙмәте үҙәге етәксеһе.

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас: