Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
3 Август 2021, 01:05

“ Тәбиғәт тә таҙа ине...”

Гөлсөм Бикмөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова (Йәрмөхәмәтова) 1928 йылда Ҡыҙылъяр ауылында тыуған.

“ Тәбиғәт тә таҙа ине...”
“ Тәбиғәт тә таҙа ине...”

Бала сағы күп михнәтле Бөйөк Ватан һуғышы  һәм унан һуңғы йылдарға тура килә.

Аталары “шәхес культы” шауҡымы аҫтында бер ғәйепһеҙ һөргөнгә ебәрелә һәм һуғыш бөткәндән һуң бер нисә йыл үткәс кенә ғаиләһенә ҡайта.

Баш бала булғанға күрә Гөлсөм инәй тормош йөгөн яңғыҙы һөрәгән әсәһенең ярҙамсыһы, уң ҡулы була. Йүнләп уҡыу ҙа эләкмәй. 13 йәшлек кенә бала өлкәндәр ыңғайына колхоз эшенә йөрөй. Әсәһе Бибиямал Ямалетдин ҡыҙы менән бәләкәй туғандарын, өләсәләрен ас ҡалдырмаҫ өсөн тырыша. Бәләкәйҙән шулай йүнсел, хәстәрлекле, тырыш булып үҫә.

— Ул замандағы һуғыш балаларының бала сағы булмағандыр ҙа инде ул. Элек уны аңламаныҡ та. Шулай тейештер тип уйланыҡ. Эштән баш сыҡманы, кескәй генә, нәҙек ҡулдарыбыҙ ваҡыт үтеү менән нығынды, һөйәлләнеп, тупаҫланды. Ә шулай ҙа уйнап ала инек. Сабыйбыҙ бит...

Әсәй ас ултыртмаһа ла, һәр ваҡыт ашағы килә ине. Ҡышын бигерәк тә. Шуға яҙҙың килеүен тилмереп көттөк. Ҡар иреп, йәшел үлән күренә башланымы, бөтә бала-саға яланға сығабыҙ — үлән ашайбыҙ. Йәйгеһен туйып ҡала инек: еләк-емеш, тамыр, үләндәр менән тамаҡландыҡ. Шуларҙы ашап, ерҙән ҡеүәт алып, көс йыйҙыҡ. Әле уйлайым — беҙ бит дарыу күрмәнек, сирләһәк үлән эсәбеҙ, сәйҙе лә үҙебеҙ әҙерләйбеҙ, кәнфит юҡ — ҡаҡ киптерәбеҙ. Тәбиғәт тә таҙа ине бит. Бөгөнгө ошо йәшкә етеүемә үлән ашауҙың, эсеүҙең  файҙаһы тейгәндер. Сәләмәтлегем Аллаға шөкөр!  Дауаханала ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа ятманым, киҙеү менән дә сирләмәнем. Тик бына күҙем менән генә яфаланам.

Үҙемде белгәндән бирле колхозда эшләнем. Быҙау ҙа ҡараным, һыйырын да һауҙым, аҙаҡ йәсләгә күстем. Бер ваҡытта ла тик ултырырға яратманым. Әле лә аяҡтарым атлағанда йорт тирәһендә ҡулымдан килгәнсә үҙем эшләргә тырышам. Һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бер ҡыҙым ғына иҫән. Ул минең ҡыуанысым, йыуанысым.

Йәштәргә әйтер һүҙем — эшләгеҙ, хәрәкәт итегеҙ. Үлән эсегеҙ. Тәбиғәткә яҡын булығыҙ. Күңелегеҙ асыҡ, иманығыҙ бай булһын, — тип үҙенең яҙмышы менән уртаҡлашты 95 йәшлек ил инәһе.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: