Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
3 Август 2021, 01:25

“Иң ҡәҙерле бүләк”

Башҡортостанда “Хеҙмәт батырлығы өсөн” тигән миҙал булдырылды.

“Иң ҡәҙерле бүләк”
“Иң ҡәҙерле бүләк”

Республика Башлығы указына ярашлы ул оҙайлы намыҫлы хеҙмәт иткән,  оло ҡаҙаныштары булған һөнәр оҫталарына бирелә.

11 июндә Өфөлә Радий Хәбиров беренсе тапҡыр был миҙалды республиканың алдынғы хеҙмәтсәндәренә тапшырҙы. Юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булған төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре араһында  яҡташыбыҙ Урал Кәлимулла улы Яҡшыбаев та бар. Ул тәүгеләрҙән булып  “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Урал Яҡшыбаев байтаҡ йылдар  “Үҙәк” МТС-ының “Нива” бүлексәһе идарасыһы булып эшләй.

— Ауыл хужалығы тармағында 1983 йылдан бирле тир түгәм. Ә Үҙәк” МТС-ының “Нива” бүлексәһендә хеҙмәт итеүемә 10 йыл да булып китте. МТС хужалығы бик ҙур. Унда барлығы 2500-ҙән артыҡ кеше эшләй. Улар араһынан оло наградаға мине һайлап алыуҙары ата-әсәмдең, ғаиләмдең, “Нива” бүлексәһе коллективының, районыбыҙҙың данын күтәрә. Ҡаҙанышым өсөн МТС етәкселегенә, район хакимиәтенә, яҡын кешеләремә, хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен.

 Бөтә республика буйынса 100 хеҙмәт алдынғыһы Башҡортостан Башлығы ҡулынан  ошо награданы алды. Был миҙал минең өсөн иң ҡәҙерле бүләк, — тине Урал Кәлимулла улы.

Дилара Бәҙретдинова. 

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: