Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 13:25

Ҡырмыҫҡа иләүенә тап булдыҡ

Зәйет мәктәбе уҡыусылары көндөҙгө лагерға ҙур теләк менән йөрөй.

Ҡырмыҫҡа иләүенә тап булдыҡ
Ҡырмыҫҡа иләүенә тап булдыҡ

Әүҙем, дәртле вожатыйҙар уларҙың һәр ял көнөн үҙенсәлекле, файҙалы һәм күңелле итеп ойоштора. Тәбиғәт ҡосағына экскурсиялар ҙа тәрбиә планына индерелгән. Балалар ололар оҙатыуында ауыл янындағы болонға, һыу ятҡылығына, урманға сығып, саф һауа һулап  йөрөп ҡайта.

Вожатыйҙар Венер Бегмамедов һәм Илгиз Рәхмәтуллин сираттағы ошондай сәйәхәттә ял итеүсе бала-сағаны яҡындағы урманға саҡырҙы. Уҡыусылар ҡоштар һайрауын тыңланы, үлән, сәскәләр менән танышты, бөжәктәрҙе күҙәтте. Шулай йөрөй торғас, улар ҙур ҡырмыҫҡа иләүенә тап булды. Нәҙек билкәйҙәр менән осрашыу, уларҙың тегеләй-былай йүгерешеп нимәлер эшләүҙәрен ҡарау барыһына ла оҡшап ҡалды. Уҡытыусылар тәрбиәләнеүселәргә ҡырмыҫҡалар тураһында һөйләп ишеттерҙе.

Ҡырмыҫҡа иләүе йылдан-йыл кәмеүгә табан бара икән. Уларға шул тиклем һаҡсыл ҡараш булдырырға кәрәк. Ҡырмыҫҡалар — урман санитарҙары. Иләү тәү ҡарамаҡҡа сүп-сар өйөмө кеүек тойола, ә ысынында, ул һис тә улай түгел. Яҡшы инженер ҙа ояны улар шикелле оҫта итеп ҡора алмай, көслө ямғыр яуғанда ла уның өҫкө ҡатламы ғына һыулана. Беҙгә уның өҫтө генә күренә, ул бит әллә күпме ер аҫтына ла төшкән.

Йәйгеһен көндәр оҙайлы эҫе торһа, ҡырмыҫҡалар майҙы иләүҙең өҫтөнә сығара икән. Әйткәндәй, кешеләр элек-электән ҡырмыҫҡа майы менән дауаланған. Мәҫәлән, аҡ майҙы быуындар һыҙлағанда шул урынға һөрткәндәр, бил ауыртҡанда уның менән ыуғандар. Һыҙланыу-ауыртыуҙар ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыға.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар ололарҙың һөйләүен иғтибар менән тыңланы. Бөжәктәрҙең берҙәм һәм тырыш булыуҙарына һоҡланды.

Ҡайтыр саҡта ауыл эргәһендәге быуаға ла һуғылып киттек. Йәйге тәбиғәт иҫ киткес матур һәм мауыҡтырғыс!

Илгиз Рәхмәтуллин,

Зәйет мәктәбе директоры.

Автор фотоһы.

 

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: