Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 01:05

Туған телебеҙҙе белеп үҫһендәр

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы ата-әсәләр комитеты мәғариф усаҡтарында белем биреү телен ирекле һайлау буйынса ғаризалар ҡабул итеүгә ҡағылышлы киң аңлатыу эштәре ойоштора.

Туған телебеҙҙе белеп үҫһендәр
Туған телебеҙҙе белеп үҫһендәр

Белеүебеҙсә, федераль законда туған телде өйрәнеү ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәрҙең) ғаризаһы буйынса ғәмәлгә ашырылыуы асыҡ итеп әйтелгән. Ғаризалар аҙ булыуға һылтанып, туған телде өйрәнеүгә мөмкинлек тыуҙырыуҙан баш тартыуға юл ҡуйылырға тейеш түгел.

Ошо турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы ата-әсәләр комитеты рәйесе Эльвира Байназарова түбәндәгеләрҙе һөйләне:   

— Туған телде, беҙҙең осраҡта башҡорт телен өйрәнеүҙең мөһимлеген, телебеҙҙе һаҡлау, киңерәк танытыу зарурлығын аңлатыу йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып барабыҙ, ата-әсәләрҙең туған телгә мөнәсәбәтен өйрәнәбеҙ, әлеге ваҡытта ғариза яҙғанда уларға дөрөҫ йүнәлеш бирәбеҙ. Белорет районында, Салауат, Күмертау ҡалаларында осрашыуҙар үткәрҙек.  Асҡын районына юлланырға йыйынабыҙ. Әлеге ваҡытта райондарҙа эшләп килгән башҡорт ҡоролтайҙары ҡарамағында ата-әсәләр комитеттары ойоштороу эшен алып барабыҙ. Был эш социаль селтәрҙәрҙә лә дауам ителә.

“Бәйләнештә” селтәрендәге “Атай-әсәйҙәр комитеты” өс меңгә яҡын кешене берләштерә. Эшмәкәрлегебеҙҙе тағы ла киңерәк йәйелдереү, райондарҙа булдырыласаҡ комитеттарға әүҙем ата-әсәләрҙе йәлеп итеү уйы менән янабыҙ. Йәғни телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, балаларыбыҙ туған телен белеп үҫһен, саф башҡортса һөйләшһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Бының өсөн иң тәүҙә берҙәм булырға кәрәк. Берҙәм, рухлы, аңлы булһаҡ, ата-бабаларыбыҙҙан баһалап бөткөһөҙ рухи мираҫ булып ҡалған телебеҙ ҙә йәшәр, — тине ул.

Беҙ милләтебеҙҙе, еребеҙҙе, туған телебеҙҙе һаҡлау һәм яҡлау, рухлы быуын тәрбиәләү, ошо тәңгәлдәге мәсьәләләрҙе  бергәләп хәл итергә тейешбеҙ. Шуға күрә ата-әсәләргә әүҙем һәм берҙәм, туған телебеҙгә ихтибарлы булырға кәрәк.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: