Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 10:45

“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит”

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” шәфҡәтлелек акцияһының башланыуы тураһында иғлан итте.

“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит”
“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит”

Йолаға әүерелгән изгелек акцияһы “Ғаилә” район-ара үҙәгенең райондағы бүлегендә 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Маҡсаты — ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү.

Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә, ә портфель, мәктәп формаһы, китаптар һәм нәфис әҙәбиәт яҡшы хәлдә ҡабул ителә.

Йыйылған канцелярия тауарҙары һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ведомство аҫтында иҫәптә торған  ғаиләләргә  ебәреләсәк.

Район халҡын, шулай уҡ предприятиеларҙы һәм йәмәғәт ойошмаларын был сарала әүҙем ҡатнашырға  саҡырабыҙ.

Әйберҙәрҙе йыйнау “Ғаилә” район-ара үҙәгенең райондағы бүлегендә, Архангел ауылы, Совет урамы, 40-сы йорт (2-се ҡат) адресы буйынса ойошторола. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (34-774) 2-26-74.

Елена Олексеенко,

“Ғаилә” район-ара үҙәгенең райондағы бүлеге белгесе.

Фото  — асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: