Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 11:55

Льгота юллау ябайыраҡ һәм тиҙерәк

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгендә “Һөт кухня”һы продукттарын алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

Льгота юллау ябайыраҡ һәм тиҙерәк
Льгота юллау ябайыраҡ һәм тиҙерәк

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге офистарында “Һөт кухняһы” продукттарын бушлай алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенән.

“Алыҫ райондар өсөн льгота юллау ябайыраҡ һәм тиҙерәк. Хәҙер республикала йәшәүселәр белешмәләр алған урында ғариза яҙырға мөмкин. Был уларға һис тотҡарлыҡһыҙ документтар тапшырырға мөмкинлек бирә”, — тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Аҙ тәьмин ителгәндәр иҫәбенән бала имеҙгән әсәләрҙең һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән граждандар категорияһына ҡараған ғаиләләрҙәге өс йәшкәсә балаларҙың һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙың ҡоро ҡатышмаларҙы, һөт продукцияһын бушлай алыу хоҡуғы бар.

Быға тиклем документтарҙы “Һөт кухняһы” учреждениеһының махсус пункттарында ғына тултырырға мөмкин ине. Хәҙер быны Күп функциялы үҙәктең барлыҡ офистарында ла эшләргә мөмкин.  

 “Күп функциялы үҙәк белгестәре хеҙмәт күрһәтеү буйынса уҡып сыҡты. Улар халыҡҡа консультация бирергә, “Һөт кухняһы” продукттарын алыу һәм уны оҙайтыу өсөн килешеү төҙөргә тейеш. Граждандарға ғаризала күрһәтелгән почта адресы буйынса яҙма формала ҡарар тураһында хәбәр ебәрелә”, — тине Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова. 

Хеҙмәт Башҡортостан Республикаһы Күп функциялы үҙәгенең барлыҡ офистарында күрһәтелә. Алдан яҙылыу мотлаҡ.

Күп функциялы үҙәккә тапшырыу өсөн кәрәкле документтарҙың тулы исемлеге менән учреждение сайтының “Хеҙмәттәр каталогы” бүлегендә танышырға  йәиһә  7 (347) 246-55-33, 8 (927) 333-31-00 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Бынан тыш, документтар исемлеге тураһында мәғлүмәт “Һөт кухняһы” сайтына урынлаштырылған.

Әйткәндәй, районда “Һөт кухняһы” пункты дүшәмбенән йомаға тиклем эшләй. Балалар өсөн бушлай һөт продукциялары шишәмбе һәм йома көндәрендә  таратыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бушлай туҡланыу аҙыҡтарын алыу хоҡуғынан аҙ килемле һәм республикабыҙҙа теркәлгән граждандар файҙалана ала. Улар иҫәбенә өс йәшкә тиклемге балалар, йөклө һәм бала имеҙгән әсәләр инә. Шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған өс йәшкә тиклемге балалар, етемдәр ошо хоҡуҡтан файҙалана, уларҙың бары республикала теркәлгән булыуы шарт.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы.                                                                  

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: