Инйәр
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 11:55

Киң таралған һәм кәрәкле һөнәр

Статистика буйынса, донъяла барлыҡ эшләгән кешеләрҙең 17 проценты һатыу менән эш итә.

Киң таралған һәм кәрәкле һөнәр
Киң таралған һәм кәрәкле һөнәр

Сауҙа хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы июлдең дүртенсе шәмбеһендә билдәләнеп килә. Баҙар мөнәсәбәттәре ныҡлап үҫешкәс, һатыусы һөнәре донъяла киң таралған һәм талап ителгәндәр рәтенә инә, йәмғиәт үҫешендә иң әһәмиәтлеһе һанала. Сауҙа иҡтисадтың иң мөһим секторҙарының береһе булды һәм шулай булып ҡала ла. Уның үҫеш кимәле буйынса төбәктең дөйөм байлығы, мөмкинлектәре тураһында һүҙ йөрөтөлә.

Бөгөн районыбыҙҙың ҡулланыусылар баҙары үҙ эсенә 181 сауҙа, 17 йәмәғәт туҡланыу предприятиеларын ала. 2020 йылда берәмләп һатыу әйләнеше 960,2 млн. һум тәшкил итте.

Сауҙа эшенән тыш, ойошма етәкселәре район тормошонда ҙур әүҙемлек күрһәтә, мохтаждарға ярҙам итә, төрлө саралар ойошторғанда бүләктәр, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Коронавирус инфекцияһы таралған шарттарҙа ла  улар алғы һыҙыҡта бара. Һөнәрмәндәрҙең көндәлек эшмәкәрлеге һәр саҡ ҙур һорау менән ҡулланыла һәм әлбиттә, күрһәтелгән хеҙмәттең сифатынан халыҡтың йәшәү шарты, мәсьәләләрҙең тиҙ арала хәл ителеүе тора. Райондаштарыбыҙҙы ҡәнәғәт ҡалдырыу — төп бурыстарыбыҙҙың береһе.

2021 йылда яңы өс магазин асылды. Архангел ауылында Эльдар Ришат улы Ҡотләмәтов һәм Олеся Александровна Ковлягина, Иҫке Ырныҡшыла Павел Евгеньевич Пиотровский етәкләгән “Ауыл лавкаһы” ойошмаһы ла уңышлы эш башланы. Шулай уҡ Тимерғәли Рәлис улы Ураҙғолов бер нисә яңы киоскылар төҙөнө. Андрей Александрович Алейниковтың “Алейников һәм улы” яуаплығы сикләнгән йәмғиәт баҙары ла оҙаҡламай  район халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Бағыусыларыбыҙҙы ла атап үтмәй булмай. Бына улар: Илмира Алсынбай ҡыҙы Юламанова, Эльдар Ришат улы Ҡотләмәтов, Усман Мөғәлим улы Сорағолов, Данис Нәзир улы Сорағолов, Раушан Хошимжан улы Сайназаров, Андрей Александрович Алейников, Павел Евгеньевич Пиотровский, Дмитрий Николаевич Морозов, Грантик Наполеонович Авакян.

Виктор Пьянов,

район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы.

Автор фотоһы. 

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: