Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Август 2021, 01:05

Күңелдәргә хуш килде

Йәмле йәйҙең тәүге аҙнаһында республикабыҙҙың төрлө мөйөштәрендә Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған матур саралар үткәрелде.

Күңелдәргә хуш килде
Күңелдәргә хуш килде

Ошо йәһәттән, Убалар ауылының “Мираҫ” фольклор төркөмө ағзалары ла “Кәкүк сәйе” йолаһын ойошторҙо.

Билдәләнгән ваҡытҡа байтаҡ бала-саға йыйылды. Ололар башта уларҙы  байрам тарихы менән таныштырҙы. Артабан кескәйҙәр араһында йыр, шиғыр бәйгеләре иғлан ителде. Айырыуса Нәркәс, Наҙгөл, Айгөл һәм Айнур Ниғмәтуллиндар, Алина менән Диана Юламановалар, Карина Сәлимова оҫта итеп шиғырҙар һөйләне. Динар Киселев менән Аяз Абдуллин һынамыштар әйтте. Балалар түңәрәктә “Әйлән-бәйлән” йырын башҡарҙы, “Ҡоштар” бейеүен күрһәтте. Рәмзиә Йәнешева йомаҡтар ҡойһа, Зөбәйҙә Йәнешева тамашасыларға Р.Ғарипов һүҙҙәренә Р.Сәхәүетдинова яҙған “Кәкүк” йырын ишеттерҙе.

“Йәшерәм яулыҡ”, “Кем килде?”, “Күҙ бәйләүес”, “Аҡ тирәк”, “Биш таш” һәм башҡа халыҡ уйындары ла бик күңелле үткәрелде.

Кәкүк тауышын ишеткән һайын әйтелгән Илһам Әғзәмовтың  “Кәкүк, кәкүк, әйт әле. Бөгөн миңә нисә йәш?” — тип яҙған юлдары раҫ килде. Тағы ла “Ямғыр яу, ямғыр! Илгә аслыҡ килмәһен”, — тип ямғыр теләнек. Балаларға был һамаҡтар бигерәк оҡшаны.

Йола буйынса ҡыҙҙар, малайҙар ағас төптәренә ҡоштарға тип ризыҡ ҡалдырҙы. Байрам мул һыйлы табын артында дауам итте.

“Кәкүк сәйе”  барыһының да күңеленә хуш килде. Әйтергә кәрәк, сараны үткәреүҙә Зөбәйҙә һәм Рәмзиә Йәнешевалар, Раушания Юлъяҡшина, Әлмирә Юламанова бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.

Әлмирә Юламанова,

“Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: