

Ошо көндәрҙә Исламдағы иң оло байрамдарҙың береһе — Ҡорбан ғәйете уҙҙы. Изге урындарға хаж ҡылыуҙың тамамланыуын аңлатҡан был байрам тәрән әхлаҡи мәғәнәгә эйә, тыныслыҡты, ниәттәрҙең сафлығын, яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлекте кәүҙәләндерә, рухи камиллашыу һәм изге ғәмәлдәр ҡылыу осоро булып тора.
Тағы ла бер йыл артта ҡалып, ғәйет көндәренә килеп еттек. Ислам донъяһында ошо көндәрҙә иң оло байрам – Ҡорбан ғәйете. Мосолман – Аллаһ бәндәһе. Уның ниәтендә – изгелек, ғәмәлендә – игелек, күңелендә – иман нуры, тип өйрәтә дин. Хаж сәфәрендә йөрөгән ҡәрҙәштәребеҙ исламдың изге урындарында ғибәҙәттә тора, ә инде хажға барырға мөмкинлеге булмағандар ғәйет көнөн мәсеттә ҡаршы алырға тейеш.
Максим Горький ауылындағы “Сулпан” мәсетенә Ҡорбан ғәйете көнө уңайынан төрлө ауылдарҙан, ҡалаларҙан бихисап халыҡ йыйылды. Байрам сараһы тәҡбир әйтеүҙән башланып китте. Ғәйет намаҙынан һуң имам-хатип Батыргәрәй Мәзитов вәғәздәр һөйләне.
– Осрашып, күрешкән саҡта ла мосолман бер-береһен “Әссәләмүғәләйкүм!” (“Һеҙгә тыныслыҡ теләйем!”) тигән һүҙҙәрҙән башлай. Ҡорбан ғәйете беҙҙе күңел сафлығына, милләт-ара татыулыҡҡа, ер йөҙөндә Аллаһ Тәғәләнең генә бәндәһе булып йәшәргә, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, хеҙмәткә, ғибәҙәткә, ата-әсәләрҙе хөрмәт итергә, етем һәм фәҡирҙәргә ярҙам күрһәтергә, рәхимле үә шәфҡәтле булырға өйрәтә. Киләсәктә һәр берегеҙгә, туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем! Ҡорбан байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!- тип изге теләктәрен еткерҙе Батыргәрәй Хөрмәт улы.
Иман йортона килеүсе мосолмандарҙы байрам менән район хакимиәтенең идарасыһы Татьяна Галина, Арх-Латыш ауыл биләмәһе башлығы Альберт Ибәтуллин, район Советы депутаты Альберт Рәхимов, шулай уҡ ҡунаҡтарҙы ҡотлау һүҙҙәре менән Арх-Латыш ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Зөһрә Йәнешева, ауылдың абыстайы Фәнүзә Динисламова тәбрикләне.
Изге байрам көнө иман йортонда вәғәз тыңланды, сүрәләр уҡылды, доғалар ҡылынды, хәйер таратылды, колхоз заманында эштәрендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән яҡташтар хаҡында мәғлүмәт бирелде. Байрам уңыйынан мул табын әҙерләнде. Ҡорбан ашын бешереүсе һәм табын әҙерләүсе апайҙарға килгән ҡунаҡтар ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.