Инйәр
+23 °С
Ясно
Район яңылыҡтары
6 Апреля 2021, 04:11

Шахматсылар – өсөнсө!

***

Ғафури районы Ҡауарҙы ауылында ойошторолған шахмат бәйгеһендә районыбыҙҙың йыйылма командаһы ла үҙҙәрен һынап ҡараны. Ошо спорт төрөн үҫтереү, уны йәштәр араһында пропагандалау, билдәле шахматсыларҙы иҫкә алыу хөрмәтенә ойошторолған бәйге бер нисә тиҫтә йыл рәттән ойошторола.
Ярышта (Ғафури районының төнъяҡ төбәгендәге ауыл биләмәләре араһында) бер командала биш кеше ҡатнашты. Улар үҙ-ара уйындар үткәреп, еңеүсене асыҡланы. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Юлай Мәзитов (дүртенсе таҡтала) – “көмөш”, Азат Мәзитов (өсөнсө), Батыргәрәй Мәзитов (бишенсе) “бронза” миҙалға лайыҡ булды.
Мәрәйҙәр буйынса йыйылма командалар араһында ҡауарҙылар – беренсе, имәндәштәр – икенсе, архангелдәр өсөнсө урынға күтәрелде.
Блиц-турнирҙа бөтә шахматсылар ҙа үҙҙәрен һынай алды. Яҡташыбыҙ Юлай Мәзитов алты турҙа ла яҡшы уйын күрһәтеп, өсөнсө урынды яуланы. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас