Инйәр
+19 °С
Облачно
Район яңылыҡтары
28 Декабря 2020, 08:39
“Альтаир” – еңеүсе!
Ошо көндәрҙә район үҙәгенең “Юбилей” стадионында хоккей буйынса турнир уҙҙы.
Ошо көндәрҙә район үҙәгенең “Юбилей” стадионында хоккей буйынса турнир уҙҙы. Бәйгелә Архангел (“Альтаир”), Ауырғазы (“Ажемак”) һәм Белорет районы (“Урал”) хоккейсылары көс һынашты. Ярышта ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Илшат Әминев сәләмләп, иң көслө команданың еңеүен теләне. Сараға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың да килеүе турнирға икеләтә ҡыуаныс өҫтәп, байрам кәйефен күтәрҙе.
Йыйылма командалар чемпион исемен яулар өсөн бар тырышлығын һалды. Шуға ла һәр матч ҡыҙыу һәм көсөргәнешле үтте. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса “Альтаир” – беренсе, “Урал ” – икенсе һәм “Ажемак” өсөнсө урынды биләне. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, кубоктар һәм һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Шулай уҡ “Иң яҡшы хоккейсы”, “Иң яҡшы һөжүмсе”, “Иң яҡшы бомбардир”, “Иң яҡшы һаҡсы”, “Иң яҡшы голкипер”, “Тоғро хоккейсы” кеүек номинациялар билдәләнде.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"