Инйәр
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
16 Декабрь 2020, 11:28

Шәхси ҡарттар йорттарын тикшерергә ҡушты

Иҫән ҡалғандар буйынса һаулыҡ һаҡлау министрына – уларға күберәк иғтибар бүлеү

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районында ҡарттар өсөн шәхси пансионатта булған янғын урынындағы оператив штаб барышында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенә зыян күргәндәргә һәм мәрхүмдәрҙең туғандарына матди ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға, шулай уҡ һәләк булғандарҙы ерләүгә бәйле сараларҙы ойошторорға ҡушты.
«Иҫән ҡалғандар буйынса һаулыҡ һаҡлау министрына – уларға күберәк иғтибар бүлеү, кәрәк икән, Өфөгә тән бешеү үҙәгенә эвакуациялау бурысын йөкмәтәм, — тине Хәбиров. – Бынан тыш, күрше йорт зыян күргән, унда бер оло йәштәге кеше йәшәй, уны төҙөкләндерергә ярҙам итербеҙ».
Шулай уҡ зыян күргәндәрҙең һәм һәләк булғандарҙың туғандарына хәбәр ителгән. Урында психологтар эшләй.
«Утты һүндереүҙә 33 кеше, 14 берәмек техника ҡатнашты. Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә, йортто тулыһынса ут ялмап алған булған», — тине Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров.
Хәбиров Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ошондай һәр учреждениела тикшереү үткәрергә ҡушты.
«Беҙҙә 21 шундай учреждение бар, һәр береһе буйынса ведомство-ара комиссия төҙөп, уларҙы тикшереүегеҙҙе һорайым», — тине Хәбиров.
Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, бина ҡарттар йортон урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнмәгән, ә шәхси өй булараҡ теркәлгән.
«Шуға күрә бында янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек нормалары талаптарын боҙоу осраҡтары бар», — тине Андрей Назаров.
Радий Хәбиров тикшереү һөҙөмтәләре буйынса шәхси ҡарттар йорттарын ойоштороу эшмәкәрлегенә лицензия биреү тураһында мәсьәләне хәл итергә кәрәклеген билдәләне.
Читайте нас: