Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижад кешеләре” проектына ярашлы, Мәләүез районындағы 1-се балалар сәнғәт мәктәбенең педагогик хеҙмәткәрҙәре квалификацияны күтәреү йәһәтенән “Музыка сәнғәте өлкәһендә инклюзив белем биреү” программаһы буйынса белемен камиллаштырҙы.
Уҡыу программаһына инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн инклюзив мөхит булдырыуҙың һәм белем биреүҙе ойоштороуҙың норматив-хоҡуҡи нигеҙҙәре, ошондай балаларға тәғәйенләнгән музыка сәнғәте өлкәһендәге программаларҙың үҙенсәлектәре, уларҙы уҡытыу технологияһы һәм башҡа темалар инде. Педагогтар йәнә “Тынлы сәнғәт оҫталары. Саксофонда һәм кларнетта уйнау мәктәбе” программаһы буйынса ла белемен камиллаштырҙы.
Республикала был йүнәлештәр буйынса уҡыу курстарын Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының Мәғариф буйынса республика уҡыу-методик үҙәге ойоштора. Уҡыу Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһының Мәҙәниәт өлкәһендәге ижади һәм идара итеү кадрҙарына өҙлөкһөҙ белем биреү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү үҙәге нигеҙендә онлайн тәртибендә уҙғарылды.