Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
3 Декабрь 2020, 00:20

Эш сифатынан ҡәнәғәт

“Инцидент-менеджмент” системаһы халыҡты иң борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә тырыша.

“Инцидент-менеджмент” системаһы халыҡты иң борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә тырыша. Уларҙың ҙур өлөшө юлдар проблемаһына бәйле. Мәҫәлән, Иглин районы кешеләрен Кәлтә – Балажы юлы ремонты борсой.
Мөрәжәғәт килеүгә күп тә үтмәй, ул хәл ителә. Ошо көндәрҙә Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко шул хаҡта белдерҙе.
"30 ноябргә ҡарата 12 километрлыҡ Кәлтә – Балажы юлы ремонты тамамланды. Бөтә эштәр ғәмәлдәге инструкция, төҙөлөш нормалары һәм ҡағиҙәләре талаптары, нормативтар, стандарттар, техник бурысҡа ярашлы башҡарылған. Ремонт ваҡытында дәүләт стандарттарына, техник шарттарға тура килгән материалдар файҙаланылған. Подрядсы смета документында билдәләнгән эштәрҙе тулы кимәлдә атҡарып сыҡты", – тип яҙҙы ул.
Хакимиәт башлығы ремонттың технологияһын да аңлатҡан. Тәүҙә ҡом-ҡырсынташ ҡушылмаһы менән эре ҡом, уның өҫтөнә ҡырсынташ түшәлгән. Ремонтты төҙөлөш контроле менән Иглин районы хакимиәтенең юл буйынса комиссияһы берлектә ҡабул иткән. Етешһеҙлектәр юҡ. Әйткәндәй, ремонтҡа ике йыллыҡ гарантия ла бирелгән. Әгәр талап ителһә, подрядсы уларҙы тиҙ арала башҡарасаҡ.
"Ремонттан һуң юлдың хәле күпкә яҡшырҙы. Кәлтә, Чкаловский, Балажы ауылы кешеләре уның сифаты менән ҡәнәғәт, тик ыңғай фекерҙәр әйтәләр", – тине Николай Самойленко.
Читайте нас: