Инйәр
+26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
27 Ноябрь 2020, 11:31

Йәш профессионалдар көс һынаша

Студенттар “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проекттарының береһе булған “Мин – профессионал”

Студенттар “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проекттарының береһе булған “Мин – профессионал” олимпиадаһының дүртенсе миҙгелендә ҡатнашыуға 576 меңдән ашыу ғариза тапшырған. Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарында уҡыусыларҙан 20 меңгә яҡын ғариза килгән. Һөҙөмтәлә республика теркәлеүселәр һаны буйынса тәүге биш төбәк иҫәбенә инде. Мәғлүм булыуынса, олимпиада Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы ярҙамы менән ойошторола.
Сарала ҡатнашыуға теркәлеү 8 октябрҙән 24 ноябргә тиклем дауам итте. Студенттар 72 йүнәлештә көсөн һынап ҡарай ала. 2020–2021 уҡыу йылында олимпиада дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Башҡортостан йәштәре “Юриспруденция”, “Дауалау эше һәм педиатрия”, “Биология”, “Психология”, “Стоматология” кеүек йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирә.
Олимпиаданың онлайн тәртибендә һайлап алыу этабы 27 ноябрҙән 13 декабргә тиклем бара. Бөтә эштәрҙе ҡатнашыусылар арауыҡта башҡарасаҡ. Был һынауҙы уңышлы үткәндәр һуңғы этапҡа саҡырыла. Ул киләһе йылдың февраль уртаһынан апрель аҙағына тиклем дауам итә. “Мин – профессионал” олимпиадаһының дүртенсе миҙгеле дипломанттары 2021 йылдың майында асыҡлана.
Һөҙөмтәләргә ярашлы дипломанттар призерҙарға, еңеүселәргә һәм миҙалсыларға бүленә. Уларҙың барыһы ла юғары уҡыу йорттарында магистратураға, аспирантураға һәм ординатураға ингәндә ташламаларҙан файҙалана, ҙур компанияла стажировка үтә ала. Алтын, көмөш һәм бронза миҙалға лайыҡ булғандарға 100-300 мең һум күләмендә премия тапшырыла.
Читайте нас в