Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
27 Ноябрь 2020, 11:19

Эш барған урында белгестәргә ҡытлыҡ юҡ

Радий Хәбиров республикаға ҡасан коронавирусҡа ҡаршы вакцина килтереләсәген аныҡланы.

26 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”н онлайн форматта үткәрҙе, унда коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш мәсьәләләре тикшерелде.
Кәңәшмә башында халыҡтың ошо тармаҡҡа ҡағылышлы мөрәжәғәттәре тикшерелде. Ундай һорауҙар һан буйынса беренсе урында килә. Йыл башынан 9 536 мөрәжәғәт теркәлгән, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда был ике тапҡырға күберәк.
Кешеләрҙе табиптарға ҡытлыҡ, йортҡа саҡырылған медицина хеҙмәткәрҙәренең оҙаҡ килмәүе, торлаҡ йорттарҙа урынлашҡан поликлиникаларға пациенттарҙың инеү тәртибе һәм башҡа һорауҙар борсой. Бигерәк тә Өфө, Салауат ҡалаларынан, Туймазы районынан мөрәжәғәттәр күп. Әлбиттә, көсөргәнеш артыуы коронавирус инфекцияһының күпләп таралыуына бәйле.
– Ноябрҙә “Инцидент менеджмент” системаһына мөрәжәғәттәр аҙыраҡ булды, сөнки Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге асылды, ул мөрәжәғәттәрҙең күбеһен үҙ өҫтөнә алды. Һәр проблеманы комплекслы хәл итергә, һәр һорауға аныҡ яуап бирергә кәрәк, – тип билдәләне республика Башлығы.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле ағымдағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Республика медицина учреждениеларында 6 500 койка-урын бар, уларҙың 1 222-һе – инфекцион профилле һәм 5 278 койка COVID-19 сирлеләр өсөн үҙгәртелгән. 4 193 койкаға кислород үткәрелгән, 1 136 койка үпкәне яһалма елләтеү аппараты менән йыһазландырылған.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республиканың ҡала һәм райондарында томографтар ҡуйыу эше дауам итә, йыл аҙағына тиклем тағы ошондай 15 ҡорамал һатып алынасаҡ. Ҡайһы бер ҙур предприятиелар быны үҙ иҫәбенә лә башҡара: мәҫәлән, Өфө моторҙар эшләү заводы үҙ хеҙмәткәрҙәрен тикшереү өсөн һатып алған.
Максим Забелин, дауаханаларҙа дарыуҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн барлыҡ саралар күрелде, тип белдерҙе. 16 ноябрҙән Башҡортостанда коронавирустан амбулатор шарттарҙа йорттарында дауаланғандарға бушлай дарыуҙар бирелә башланы. Был эш федераль һәм республика ҡаҙналары иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Пациенттар вирусҡа ҡаршы (кагоцел, арбидол, ингавирин) препараттар, антикоагулянттар (ривароксабан) һәм антибактериаль медикаменттар (амоксиклав, левофлоксацин) ала. Әлеге ваҡытта 2 119 пациент хеҙмәтләндерелгән.
Вакцинацияға килгәндә, республикала киҙеүгә ҡаршы прививка 1,5 миллион кешегә яһалған (халыҡтың 38 проценты). Пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцинациялау дауам итә.
Радий Хәбиров республикаға ҡасан коронавирусҡа ҡаршы вакцина килтереләсәген аныҡланы.
– Киләһе аҙнала 1 000 доза көтәбеҙ. Әле уны транспортировкалауға һәм һаҡлауға әҙерләнәбеҙ. Тәүҙә табиптарға, социаль хеҙмәткәрҙәргә вакцина яһаясаҡбыҙ, – тине Максим Забелин.
Радий Хәбиров вакцинациялау планына полиция хеҙмәткәрҙәрен, артабан уҡытыусыларҙы, юғары уҡыу йорттары педагогтарын индерергә ҡушты. Битлектең, үҙҡурсаланыу режимының ковидты йоҡтороу күрһәткестәрен кәметкәне билдәләнде.
“Сәләмәтлек сәғәте”ендә Башҡортостан буйынса Статистика идаралығы мәғлүмәттәре лә яңғыраны.
Ағымдағы йылдың ғинуар - сентябрендә республикала мең кеше вафат булған. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, был ун процентҡа юғарыраҡ. Әлбиттә, күрһәткестәр ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле. Шул уҡ ваҡытта сабыйҙар үлеме 11,3 процентҡа түбәнәйгән, онкология сирҙәренән, сит сәбәптәрҙән (янғын, суицид, юл фажиғәләре) үлем осраҡтары ла кәмегән.
Республика Башлығы декабрҙә район һәм ҡала башлыҡтары менән берлектә медицина учреждениеларындағы кадрҙар мәсьәләһен тикшерәсәген белдерҙе, бигерәк тә беренсел звенола.
– Был – беҙҙең уртаҡ яуаплылыҡ. Ҡайҙа эш алып барыла, унда ҡытлыҡ юҡ. Беҙ иһә үҙебеҙҙең яҡтан “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары менән ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Кәңәшмә аҙағында республика Башлығы табиптарға ҡаһарманлығы, талымһыҙ хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: