Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
23 Ноябрь 2020, 16:55

Яйлап аяҡҡа баҫа башлайбыҙ

– Был күрһәткестәр беҙгә етди оптимизм өҫтәй. Минеңсә, яйлап аяҡҡа баҫа башлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең етештереүҙе туҡтатмауыбыҙ һәм иҡтисадҡа өҫтәмә ярҙам төрҙәре күрһәтеүебеҙ ыңғай һөҙөмтә бирә.

Һуңғы айҙарҙа Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләрҙең ҙур өлөшө коронавирус инфекцияһы һәм уның менән ҡаршы көрәшкә бәйле булһа ла, башҡа темалар ҙа иғтибар үҙәгенән төшөп ҡалмай. Эйе, әле бар көс был афәт менән көрәшкә йүнәлтелгән, тик республика властары башҡа йүнәлештәрҙә лә әүҙем эшләй. Айырыуса иҡтисад, социаль-иҡтисади үҫешкә бәйле ул. Бөгөн кәңәшмәлә Радий Хәбиров 2020 йылдың тәүге ун айы буйынса күрһәткестәр менән таныштырҙы.
Шулай сәнәғәт етештереүе индексы октябрь һөҙөмтәләре буйынса 100,5 процентҡа еткән (10 ай эсендә дөйөм алғанда – 97,1 процент) һәм уртаса ил күрһәткестәренән ашҡан. Ыңғай динамиканы металлургия, автотранспорт, кейем, электр ҡорамалдары һәм дарыуҙар етештереү тармаҡтары күрһәткән.
– Был күрһәткестәр беҙгә етди оптимизм өҫтәй. Минеңсә, яйлап аяҡҡа баҫа башлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең етештереүҙе туҡтатмауыбыҙ һәм иҡтисадҡа өҫтәмә ярҙам төрҙәре күрһәтеүебеҙ ыңғай һөҙөмтә бирә.
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан иҡтисад тотороҡлолоғон нығытыу өсөн ярҙамдың өсөнсе пакетын әҙерләп бөтәсәк. Ул яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 18,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Төбәк етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә етештереү күләме кәмегән сәнәғәт тармаҡтарын анализларға ҡушты. Бындайҙар араһында – йыһаздар етештереү һәм полиграфия эшмәкәрлеге бар.
Ауыл хужалығы тауары күләме ғинуар-октябрь айҙарында 3,9 процентҡа артҡан. Республикала мал һәм ҡош, һөт, иген культураларын етештереү күләмен арттыралар.
– Элекке йылдарҙа беҙҙең ауыл сәнәғәте комплексы 100 процентҡа тиклем етә аламай ине. Тик “Ауыл сәғәте”, “Инвестиция сәғәте” форматындағы тематик кәңәшмәләр арҡаһында беҙ тармаҡҡа системалы ярҙам ойоштора алдыҡ. Был йүнәләштә артабан юғарыраҡ темптар менән барырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Торлаҡ индереү буйынса ла республикала ыңғай динамика билдәләнә. Үҫеш – 11,9 процент тәшкил итә. Инвестициялар күләме артыу тренды ла һаҡланып ҡала. Был күрһәткес дүрт процентҡа яҡшырған.
– Дөйөм Рәсәй кимәлендә инвестиция эшмәкәрлеге кәмеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең республика плюс менән барыуын дауам итә. Был иҡтисадтағы бик мөһим күрһәткес, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ мотлаҡ рәүештә коронавирустың ауыр осорон үтәсәкбеҙ, шуға күрә бөгөндән киләсәкке үҫеш тураһында уйларға кәрәк. Инвестициялар – был беҙҙең киләсәк уңыштарҙың иҡтисади базаһы.
Читайте нас: