Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
23 Ноябрь 2020, 16:15

Салауат Юлаев һәйкәле авторы Сосланбәк Тавасиевтың күргәҙмәһе асыла

Ижади эштәр музейға скульпторҙың ғаилә архивынан һәм «Абрамцево» музей-ҡурсаулығынан килтерелә.

26 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында бөйөк скульптор Сосланбәк Тавасиевтың «Дан һәм батырлыҡ хаҡында» күргәҙмәһе асыла.
Ижади эштәр музейға скульпторҙың ғаилә архивынан һәм «Абрамцево» музей-ҡурсаулығынан килтерелә.
Билдәле сәнғәт әһеленең эштәре өс өлөштә тәҡдим ителә: «Сығанаҡтар, Советтар иле тарихы һәм оҫтарыу юлы»; «Яңы Абрамцево»; «Салауат Юлаев һәйкәле». Сосланбәк Тавасиевтың 1930-1950 йылдарҙағы скульптура эскиздары һәм график эштәре, станокта гипстан, таштан, ағастан һәм бронзанан башҡарылған скульптуралары ваҡыт сағылыш тапҡан көсөргәнешле ижади процесс киңлеген тыуҙыра. Күргәҙмәнең иң юғары нөктәһе – «Салауат Юлаев һәйкәле» бүлеге.
Күргәҙмә 20 декабргә тиклем дауам итә.
Сосланбәк Тавасиев (1894-1974) — күренекле скульптор-монументалист, Өфөлә урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле авторы. 2020 йылдың февралендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы уның хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда Сосланбәк Тавасиев исемендәге стипендия булдырылған.
Читайте нас: