Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
23 Ноябрь 2020, 16:33

Ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн яңы автомобилдәр алды

Өфө балалар поликлиникаларының баш табиптарына балаларға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн илебеҙҙә сығарылған алты Lada Granta Universal автомобиле асҡыстары тапшырылды.

Өфө балалар поликлиникаларының баш табиптарына балаларға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн илебеҙҙә сығарылған алты Lada Granta Universal автомобиле асҡыстары тапшырылды. Улар быйыл республика бюджеты аҡсаһына һатып алынды. Ошо маҡсатҡа 3,1 миллион һум йүнәлтелде. Автомобилдәр Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһына һәм баш ҡаланың 2, 3, 4, 5, 6-сы поликлиникаларына бүленде. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин сәләмләү һүҙендә ашығыс ярҙам машиналарын Педиатр көнөндә һәм Бөтә донъя бала көнөндә тапшырыуҙың символик мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне.
Читайте нас: