Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
23 Ноябрь 2020, 16:35

«Алтын битлек»

Башҡортостандан ике театрҙың спектаклдәре Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһының «Эксперт советы фекеренсә 2019-2020 йылдар миҙгеленең билдәле спектаклдәре» исемлегенә инде.

Башҡортостандан ике театрҙың спектаклдәре Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһының «Эксперт советы фекеренсә 2019-2020 йылдар миҙгеленең билдәле спектаклдәре» исемлегенә инде.
Тәүгеһе – ҡуйыусы дирижер Артем Макаровтың һәм театр оркестрының эше өсөн Башҡорт опера һәм балет театрының «Конек-Горбунок» балеты. Икенсе спектакль — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Гөлбостан»ы, режиссеры Айрат Абушахманов.
XXVII фестивалде уҙғарыу датаһы һуңғараҡ иғлан ителә. Бөгөн матбуғат конференцияһында «Алтын битлек»тең директоры Мария Ревякина киләһе йылда Достоевскийҙың 200 йыллығына махсус программа буласағын әйтте.
Читайте нас: