Урындарҙа тауыш биреү өсөн кабина һәм бюллетендәр өсөн урналар ҡуйылды. Бинаға ингән ерҙә полиция хеҙмәткәрҙәре дежурҙа торҙо. Тауыш биреү процедураһы коронавирус инфҽкцияһы пандемияһы осоронда кешеләр хәүефһеҙлеге өсөн урынлаштырылған бөтә санитария-эпидемиология ҡағиҙәләрен үтәп башҡарыла. Һәр һайлаусыға ингән урында бер тапҡыр ҡулланылыусы битлек һәм бирсәткәләр тәҡдим ителде, уларҙың тән температураһы үлсәнә. Паспорт күрһәткестәре социаль арауыҡты күҙәтеп тикшерелә. Үҙ тауышын күрһәтеп тауыш биреүе тураһында билдәне һайлаусы бер тапҡыр ҡулланылыусы ручка менән ҡуя. Бинанан сығыу өсөн айырым урын булдырылған.
Был көндә Архангел район хакимиәте башлығы Илшат Әминев Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашты. Район етәксеһе район мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан 870-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Ул һайлау участкаһы ағзаларына уңыштар юлланы. Алда әле тауыш биреү өсөн тағы ла бер нисә көн ҡалды, тимәк, кешеләрҙең дөрөҫ һайлау яһау өсөн ваҡыттары бар әле.