Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
19 Март 2020, 12:00

Көндәребеҙ файҙалы үтә

Ололар өсөн иң мөһиме — хәстәрле ҡараш һәм иғтибар.

“Шәфҡәтлелек” интернат-йортонда тормош ҡайнай. Ололар өсөн иң мөһиме — хәстәрле ҡараш һәм иғтибар. Ижади шөғөлдәр, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, мауыҡтырғыс саралар һәм башҡа төрлө файҙалы ял минуттары инвалидтар һәм ҡарттар көнитмешен мәғәнәле итә. Әйтергә кәрәк, хаҡлы ялдағыларға күңел асыуҙар мөһим түгел тигән ҡараш — хаталаныу ул. Йылдар үтеү менән күңел асыуҙар икенсе төрлөрәккә әйләнә. Улар күберәк ижадҡа, өйрәнеүгә, фекер йөрөтөүгә ынтыла. Мәҫәлән ҡатын-ҡыҙҙарҙы айырыуса ҡул эштәре ылыҡтыра. Бөгөн ошо йүнәлештә бәйләү, сигеү, мәрйендәр менән эшләү киң таралған. Был шөғөлдәр күңел ҡәнәғәтлеге генә килтермәй, ҡулдарға күнекмә эшләргә ярҙам итә, ошо рәүешле баш мейеһенә лә ыңғай тәьҫир яһай. Интернат-йортобоҙҙа күптәр буш ваҡытын сигеү менә үткәрә.
Ә бына макраме (төйөнләп үреү) — илһамландырыусы һәм күңелде тынысландырыусы ҡул эше. Әлеге ысул менән башҡарылған әйберҙәр бала сағыбыҙҙағы олатай-өләсәйҙәр йортона хас ҡабатланмаҫ биҙәлеште тулыландырған. Бөгөн макраме — мауыҡтырғыс, һөҙөмтәлә үҙенсәлекле, хатта ҡулланышлы ла шөғөлдәрҙең береһе. Беҙҙең учреждение тәрбиәләнеүсеһе Ираида Джура төйөнләп үреү менән бик яратып шөғөлләнә. Уның оҫта ҡулы иҫ киткес матур әйберҙәр тыуҙыра.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң һәр оло кешенең тормош рәүеше, эшмәкәрлеге үҙгәрә. Күптәргә хеҙмәт эшмәкәрлегенән һуң күңелгә ятышлы шөғөл табыуы ауыр. “Шәфҡәтлелек” ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең һәр ҡайһыһы иғтибар үҙәгендә, уларҙың ваҡыттары файҙалы үтһен өсөн барыһы ла булдырылған. Мәҫәлән, ололарҙың ҡайһыһылыр сигеү, бәйләм менән мауыҡһа, икенселәрҙе шахмат, шашка уйнау ылыҡтыра, өсөнсөләр ағастан төрлө әйберҙәр яһай. Һуңғыһын, айырыуса, ир-аттар үҙ итә. Ябай ғына ағастан ҡоштар өсөн тағараҡтар, китап кәштәләре, гөл ултыртыу ҡулайламалары һәм башҡалар эшләнә. Шөғөл ауыр уйҙарҙан арындыра, мейе эшмәкәрлеген көйләй, ижади һәләттәрҙе уята.
Шулай уҡ интернатта йәшәүселәрҙең хатлашыу буйынса дуҫтары күбәйҙе. Күптән түгел беҙ йәнә байтаҡ яңы хәбәрҙәр алдыҡ. Уларҙы уҡығанда тәрбиәләнеүселәребеҙҙең күҙҙәрендә шатлыҡ бөркөлдө, хас та балалар кеүек һөйөндөләр. Хәҙер инде яуап хаттары яҙабыҙ. Таныш булмаған, әммә хәлгә кереүсән кешенең йылы хәбәрҙәренән һәр ҡайһыһы аралашыу бәхете тоя. Был иһә беҙҙең ололар өсөн бик мөһим.
Әлфиә Ғибәҙуллина,
мәҙәни саралар ойоштороусы.
Читайте нас: