Инйәр
+11 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Район яңылыҡтары
17 Марта 2020, 13:04
Вирустар йоҡтороу каналы
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндән һуң ҡулды йыуырға һәм биткә теймәҫкә кәңәш бирә. Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡулаҡсаны файҙаланырға ярамай тигән ҡәтғи тәҡдим индермәй, ләкин теоретик яҡтан ҡарағанда, ҡулаҡсаның да вирустар йоҡтороу каналы булыуы ихтимал. Вирус ҡағыҙҙа ла, пластикта ла күпмелер ваҡыт әүҙем булып ҡала.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәтенә ярашлы, коронавирус ҡағыҙҙа – өс-дүрт көн, пластик картала туғыҙ көнгә тиклем йәшәй. Кредит ойошмаларына бирелгән аҡсалар 14 көн Рәсәй банкында тотола.
Йәғни кредит ойошмаларына «таҙа» аҡсалар килә, әммә бөтә купюралар ҙа ла шунда уҡ банктарға барып етмәй.
«Карта менән түләгәндә, пин-кодтарҙы йыйғанда ла һаҡланыу сараларын үтәргә кәрәк. Контактһыҙ түләүҙәр хәүефһеҙерәк, — тип белдерҙеләр ведомствола. — Шулай ҙа ҡулығыҙҙы йыуырға онотмағыҙ һәм бысраҡ ҡулығыҙ менән битегеҙгә теймәгеҙ. Телефон/смартфондарҙы дезинфекция саралары менән һөртөргә онотмағыҙ».
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"