Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
20 Февраль 2020, 17:09

Эшҡыуарлыҡ үҫеш юлында

Ошо көндәрҙә эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Уның эшендә БР Эшҡыуарлыҡ дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары А.Ф.Ғибәҙуллина, “Минең бизнес” консультация үҙәге белгесе Г.Р.Абдуллин, БР Төбәк лизинг компанияһы вәкиле С.В.Хахлаев, район хакимиәте башлығы И.Н.Әминев, уның урынбаҫарҙары, иҡтисад бүлеге белгестәре, координация советы ағзалары, ойошма һәм предприятие етәкселәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Сарала районда эшҡыуарлыҡты үҫтереү, дәүләт ярҙамы алыу буйынса саралар, урта һәм кесе бизнес өсөн лизинг программалары, “Минең бизнес” консультация үҙәгенең хеҙмәттәре, граждандарҙың үҙ эшмәкәрлеген теркәү кеүек һорауҙар ҡаралды. Артабан шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү ойошторолдо. Унда 13 эшҡыуар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итте.
Читайте нас: